+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
12 Апрель 2020, 23:24

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙасаҡ

Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә 25 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ойоштора. Ул беренсе тапҡыр онлайн рәүештә уҙасаҡ.

Унда ҡатнашыу өсөн алдан https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлеү үтеү мотлаҡ. Акция уҙасаҡ көндө көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Бәйләнештә», «Инстаграм» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» каналында дикторҙар диктант текстын тура эфирҙа уҡый башлай:
– 11:00 сәғәттән 11:20 тиклем – башҡорт телен яңы башлап өйрәнеүселәр өсөн;
– 11:30 сәғәттән 11:55 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
– 12:00 сәғәттән 12:20 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Һәр ҡатнашыусы диктантты өйҙә яҙа ала. Яҙып бөткәндән һуң, яҙғандарын фотоға төшөрөп (сканер аша үткәреп), 26 апрелдең 23:59 сәғәтенә тиклем [email protected] электрон почтаһына йә +7 (927)950-02-66 Whatsapp һандарына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ https://bashkdictant.ru диктанттың рәсми сайтында онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге лә бар.
Диктантта ҡатнашҡан һәр кем электрон форматтағы ҡатнашыусы сертификатын ала. Ул кире бәйләнеш өсөн күрһәтелгән электрон почтаға ебәрелә.
Халыҡ-ара акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru сайтында урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас: