+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 16:29

Милли кейем көнө уңайынан ниндәй саралар үтәсәк?

Милли кейем көнө уңайынан үтәсәк онлайн-саралар 17 апрелгә тәғәйенләнгән. Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, 26 төрлө сара әҙерләнгән. Был көндө оҫталыҡ дәрестәре, видеолекциялар, күргәҙмәләр, презентациялар һәм дәрестәр ойоштороласаҡ. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең YouTube-каналында https://www.youtube.com/playlist?list=PLr9is48FrUhnle9TsX1gGnmP4jLzo4W80 урынлаштырыласаҡ.

– «Башҡорт милли кейеме» темаһына республикабыҙ уҡыусылары өсөн асыҡ онлайн-дәрес;
– Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында донъя художестволы мәҙәниәтенән, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән республикабыҙ уҡыусылары өсөн онлайн-дәрестәр;
– «Милли кейемдәрҙәге фото» республика флешмобы. Бөтә теләүселәр фотоларын «Бәйләнештә», «Инстаграм» селтәрҙәренә #нацкостюмрб #нацкостюм_дднрб #ялюблюнацкостюм хэштектары менән урынлаштыра ала. Ә ҡатнашыусыларҙың фотоларынан әҙерләнгән видеояҙма 18 апрелдә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң YouTube-каналында урынлаштырыласаҡ.
– Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Үҙенсәлеклелек. Мәҙәниәт. Тарих. Этномода. Стиль» интернет-флешмобы. Социаль селтәрҙәргә милли кейемдәге фотоларығыҙҙы #милликейем #национальныйкостюм #мкрб #рцнтрб #мыедины #беҙберҙәм хэштегы менән ҡуйырға кәрәк.
– Башҡорт һәм урыҫ милли кейемдәре элементтарын эшләү буйынса онлайн-оҫталыҡ дәрестәре серияһы.
(Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайты: https://rcntrb.com/ru/,
YouTube:
– Республикабыҙҙың Милли музейында милли кейемдәрҙең виртуаль күргәҙмәһе (Рәсми сайты https://museumrb.ru/);
– «Мин – милли кейемдә» бейеү флешмобы: Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамле фондынан милли кейемдәрҙә Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтеү
«Бәйләнештә» https://vk.com/gaskarov.ensemble,
Инстаграм: @gaskarov.ensemble).
Читайте нас: