+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 12:50

Етмеш биш йыллыҡҡа – етмеш биш "бишле"!

Календарь биттәре яңынан-яңы байрамдар, иҫтәлекле көндәр менән сыбарланып бөтһә лә, 9 Май – араларын­да иң изгеһе, иң ҡәҙерлеһе.


Йылдар үткән һайын Бөйөк Еңеү таңын тыу­ҙырған был иҫтәлекле көн, кеше күңелдәрендә гранит һәйкәлгә әүерелеп, сағыулана ғына бара.

Ошо байрам айҡанлы мәктәбебеҙҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Етмеш биш «бишле» акцияһы иғлан ителгәйне. Уҡыусылар унда ҙур теләк менән ҡатнашты. Хәҙер беҙҙең мәктәптә һәр кем тулыһынса электрон көндәлек­кә күсте. Шуға күрә уҡыусыларға ҡу­йылған билдәләрҙе һанау бигүк ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, был йәһәттән синыф етәкселәре ҙур әүҙемлек күрһәтте.

Ниһайәт, мәктәптә икенсе дәрес бөтөп, көслө ҡыңғырау сыңы бөтәбеҙҙе тантаналы линейкаға йыйҙы. Бөгөн акцияға йомғаҡ яһаласаҡ. Уҡыусыларҙың иң-иңдәре, өс ай буйы тырышып-тырмашып, былай ҙа самалы ваҡыттарын әрәм итмәй, өйгә бирелгән эште ваҡытында башҡарып, үҙ портфолиоларына тағы бер Почёт грамотаһы өҫтәйәсәк. Бер-бер артлы сығып, Маҡтау ҡағыҙҙарын алған ҡыҙҙар, малайҙарҙың йөҙҙәре яҙ ҡояшы кеүек балҡыны.

9 Май – Еңеү көнө. Беҙ яу яландарында һәләк булған һәм һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙарыбыҙҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ. Шулай уҡ фронт өсөн заводтарҙа снарядтар эшләгән, колхоз баҫыуҙарында иген үҫтергән, фронт өсөн һөт, йомортҡа етештергән тыл ветерандарын да оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың исемдәрен, батырлыҡтарын хөрмәтләп иҫкә алайыҡ. Улар иҫтәлегенә сәскәләр, ағастар ултыртырға, парктар булдырырға, һалдат ҡәберҙәрен тәртиптә тоторға бурыслы беҙ.


Гөлназ ТИМЕРБАЕВА, өлкән вожатый.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбе.

Читайте нас: