+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 12:58

Туҡһан туғыҙ йәшлек олатай

Бер көн өләсәйем миңә шиғыр тотторҙо ла ятларға ҡушты. Авторы – Уйылдан Шәрипов, тип яҙылған. Мин уның кемлеген һорағас:– Осрашыуға барғас, күрерһең, – тине.


Шиғырҙы ятлап, был көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алдым. Осрашыуға гимназиябыҙҙың I «А» синыфы уҡыусылары менән бергә барҙым. Беҙҙе өйҙәрендә Уйылдан бабай менән Хәфиҙә әбей ихлас ҡаршы алды. Олатай барыбыҙҙы ла теҙеп ултыртты һәм үҙенең үткән ғүмерен һөйләне.

Ул Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән, шундағы мәктәптә уҡыған. Бөйөк Ва­тан һуғышына 1942 йылда алына. Яуҙа 219-сы Идрица дивизияһы составында ҡатнаша. «Һуғышта немецтар менән күҙмә-күҙ осрашырға һәм уларҙы тар-мар итергә тура килде. Үҙем өсөн дә, атайым өсөн дә, илем өсөн дә үс алдым», – ти ветеран. Уйылдан бабай өс тапҡыр яралана. Һуңғыһы ауыр яра була, шуға ул ҡабат һуғышҡа керә алмай. Ярты йыл госпиталдә дауалана. Шунан тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.

Өйҙә тик ятмай, шунда уҡ эшкә сыға. Сөнки ауылда ирҙәр ҡулы етешмәгән.

Олатайҙың бөтә эш стажы – 54 йыл. Әле уға – 99 йәш. Үҙе һаман да көслө, дәртле, һалдат кеүек. «Миңә һаулығымды һаҡларға кәрәк. Оҙаҡламай – Еңеүҙең 75 йыллығы! Мин парадта ҡатнашырға тейешмен!» – тип белдерҙе Уйылдан бабай. Беҙгә ул ошондай нәсихәт бирҙе: «Тыуған илде, әсәйҙе һәм үҙ телегеҙҙе яратығыҙ!»

Уйылдан олатай ауыр һуғыш һәм хеҙмәт юлы үткән ветеран ғына түгел, ижади күңелле шағир ҙа икән. 21 китап авторы ла. Ул минең өләсәйем Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиеваға, тәрбиәсе Айгөл Рауил ҡыҙы Ғәлимоваға һәм директорыбыҙ Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға яңы сыҡҡан китабын бүләк итте.

Миңә был осрашыу оҡшаны, сөнки районыбыҙҙың тағы бер арҙаҡлы кешеһе менән таныштым.


Тимур МИРХӘЙҘӘРОВ, III синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: