+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 12:07

Ҡарт олатайым партизан булған

Ваҡыт үтә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 75 йыл ваҡыт үтте. Илебеҙҙә уның ут-ялҡынына эләкмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡтыр. Һуғыштың ҡәһәрле йылдары минең ҡарт олатайымды ла урап үтмәгән.

Әнүәр Вәхит улы Ғәниев 1923 йылдың 13 майында Миә­кә районы Ҡарыш ауылының крәҫтиәндәре Вәхит һәм Кин­йәбикә ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Һигеҙ йәше тулғас, Шатмантамаҡ ауылындағы мәктәпкә уҡырға бара һәм шунда башланғыс мәктәпте тамамлай. Бәлә­кәйҙән бик тырыш һәм ныҡышмал булып үҫә. 12 йәшендә үк үҙ ауылындағы колхоздың төрлө эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ә өйҙә ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә булыша. Бына шулай еңел генә булмай уның бала сағы. Ә инде 15 йәш тул­ғанда ауылға ят кешеләр килә. Улар Мәскәү ҡалаһындағы ҙур төҙөлөштәрҙә эшләр өсөн эшселәр йыя. Йәш егеттең унда бик бар­ғыһы килә. Аптырап тормай, үҙенә бер йәш өҫтәй ҙә (унда 16 йәштән генә алған булалар) 1940 йылдың апрелендә Мәскәү ҡалаһындағы ҙур төҙөлөштәрҙең береһенә эшкә сығып китә. Метро, электр станцияларын төҙөүҙә ҡатнаша ул.

Ошонда эшләп йөрөгәндә диктор Левитандың радио аша Германияның СССР-ға ҡаршы һуғыш башлауы тураһында хәбәрен ишеткәс тә, үҙ ирке менән беренселәрҙән булып, военкоматҡа килә һәм уның шул көндән Тыуған иле, халҡы өсөн һуғыш юлы башлана ла инде. Был ваҡытта уға 17 генә йәш була. Әнүәр Вәхит улы 139-сы уҡсылар дивизияһына эләгә һәм унда взвод командиры итеп тәғәйенләнә.

Һуғышҡа Смоленск янында инә. Беҙҙең ғәскәрҙәр бик күп юғалтыуҙар менән сигенгән ваҡытта ул бер төркөм һуғышсылар менән ҡамауҙа тороп ҡала. Һалдаттар бик оҙаҡ урмандарҙа йөрөй, яҡындағы ауылдарға барып сыға. Әммә ҡайҙа булһалар ҙа, немецтарға юлығалар. Һуғыш кәрәк-яраҡтары ла бөтә, һәр алыштан һуң сафтары һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Бәрелештәрҙең береһендә Әнүәр Вәхит улы шартлауҙан һушын юғалта һәм әсирлеккә эләгә.

Уларҙы Калуга янындағы лагерҙа тоталар. Ас, яланғас, хәлдән тайған кешеләрҙе көнө буйы эшләтәләр, туҡмайҙар. Бер ваҡыт әсирҙәрҙе Германияға оҙатыу өсөн тауар вагондарына тултыралар. Уларҙы алып китеп барғанда минең ҡарт олатайым һәм тағы ла туғыҙлап кеше һаҡсыға ташлана. Уның аяҡ-ҡулын бәйләп, ауыҙын томалағас, Белоруссияның Борисов урмандары янында вагондан һикереп төшөп ҡалалар. Ләкин беҙҙекеләргә тиҙ генә барып юлыҡмай­ҙар. Партизандарҙы эҙләп, һуғышсылар бик оҙаҡ урмандарҙа йәшенеп йөрөй, немецтар булмаған ауылдарға бара. Бына, ниһайәт, көҙөн Белоруссия ерҙәрендә хәрәкәт иткән «Большевик» исемле партизандар отрядына ҡушылалар.

Ҡарт олатайым тураһында эҙләнеү эше алып барғанда ғаилә архивында уның үҙ ҡулы менән һуғыштан яҙған хатын да таптым. Бына нимә тиелә унда: «Беҙ ҡушылған партизандар отрядының командиры иптәш Дәмин – ҡаҙаҡ милләтенән, фамилияһын хәтерләмәйем. Беҙҙән йыраҡ түгел 300-ләп һалдаты булған «Коммуна» исемле партизан бригадаһы урынлашҡан. Бөтәһе ете отряд бар. Уларҙың барыһына ла командир иптәш Дерегин етәкселек итә. Мин «Большевик» исемле партизандар отрядында һуғышып йөрөйөм. Бригадабыҙ Минск ҡалаһынан 50 – 60 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Мине дошмандарға ҡаршы ҡоротҡос эштәр башҡарыусылар төркөмөнә алдылар, унда пулёметсымын. Задание үтәргә ете кеше йөрөйбөҙ. Бында үҙ ролебеҙ ҙә бар. Үҙебеҙ менән шартлат­ҡыстар һәм шнур ғына алабыҙ. Тимер юлына яҡынлашыр алдынан башта разведка яһайбыҙ: оҙаҡ ҡына күҙәтәбеҙ, шартлатыр өсөн уңайлы урын билдә­ләйбеҙ. Ике парти­зан шартлатҡыс ҡуя, өсөн­сөһө уны шну­рынан тартып, шартлатырға әҙер то­ра, ә ҡал­ғандар тимер юлын ҡарауыллай. Шулай итеп, немецтарҙың фронтҡа ки­теү­се 9 эшелонын һәм бик күп гарнизондарын юҡ иттек».

Ҡарт олатайым дошмандарға ҡаршы һуғыш­ҡанда ике тапҡыр яралана. Бына 1944 йыл да килеп етә. Совет ғәскәр­ҙәре һөжүмде көн­дән-көн арттыра, көнба­йыш­ҡа табан баралар. «Фронт һыҙығы көндән-көн яҡыная, әммә немецтар ҙа беҙҙең тирәлә күбәйгәндән-күбәйә генә. Беҙ дошмандың 9 саҡрымлыҡ тимер юлын шарт­латтыҡ, аҙаҡ тағы ла – 6 саҡрымлыҡ. Был ваҡытта ике партизан отряды ғына ҡалған ине. Икенсе төндө немецтар­ҙың гарнизондарын юҡ иттек, фатирҙарын шартлаттыҡ, үҙҙәрен ҡырып һалдыҡ. Унан беҙ эйәрле 55 ат алып киттек. Бер көндө, ҡаты һуғыштар­ҙың береһенән һуң, мотор­ҙар тауышын ишеттек һәм үҙебеҙҙең танкыларҙы күрҙек. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ ине. Был ваҡытта пехота артта ҡалғанға, беҙ танкылар атакаһына ҡушылып, фа­шис­тарҙы эҙәрлекләүҙе дауам иттек», – тип яҙа ул икенсе хатында. Шулай осраҡлы рәүештә улар 2-се Белоруссия фронтының хәрәкәт итеүсе армияларына ҡушылып китә.

Башҡорт егете Әнүәр Вәхит улының һуғыш юлы артабан дауам итә. Совет һуғышсылары немецтарҙы Польша ерендә дөмбәҫләй. Балтик буйындағы һуғыштарҙың береһендә ҡарт олатайым етенсе мәртәбә яралана. Был юлы – аяғы. Уның менән бер урыҫ егете лә йәрәхәтләнә. Икәүләп саҡ-саҡ бер утарға барып етәләр, уларҙың хужалары ҡайҙалыр ҡасып киткән була. Әлеге ерҙәр бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсеп, улар йәшеренгән ергә әллә нисә тапҡыр немецтар килеп китә. Сусҡалар һарайында бо­ҫоп ятҡан ике һуғышсының ғүмере ҡыл өҫтөндә була. Үҙебеҙҙекеләр килеп тапҡансы, ас, яралары йүнләп бәйләнмәгән көйө, дүрт тәүлек буйы ошо аҙбарҙа яталар. Ә 1945 йылдың 13 февралендә Әнүәр Вәхит улының ғаиләһе уның һәләк булыуы тураһында хәбәр иткән «ҡара ҡағыҙ» ала.

Ауыр яранан тере ҡала ҡарт олатайым. Ул 5778-се гос­питалгә эләгеп, 1945 йылдың 9 февраленән 14 сентябренә тиклем унда дауалана. Бында һигеҙ ай буйы уға бер-бер артлы операция яһайҙар, ләкин бер аяғын ҡот­ҡарып ҡала алмайҙар, киҫергә мәжбүр булалар. Госпиталдә ҡултыҡ таяғында йөрөргә өйрәнгәнсе ята. Шунан һуң ғына уға тыуған яҡтарына ҡайтырға рөхсәт итәләр. Уның немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштәге ҡыйыулығы, батырлығы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән билдәләнә.

Әнүәр Вәхит улына 1945 йылдың сентябрендә генә тыуған ауылына ҡайтыу насип була. Уның һуғыштан инвалид булып ҡалыуы артабан йәшәү өсөн ҡаршылыҡ булып тора алмай. Ауылда элекке һалдаттарҙы еңел тормош та көтмәй, әлбиттә. Һуғыш ваҡытында бик ныҡ ҡаҡшаған колхозды аяҡҡа баҫтырырға, ғаилә ҡорғас, шәхси хужалыҡ булдырыуға бик күп көс һалырға тура килә.

Ҡарт олатайым колхозда тракторсы булып эшләгән бик сибәр, уңған Зөлхизә исемле ҡыҙҙы оҡшата. Улар оҙаҡламай өйләнешә. Ғәниевтәрҙең татыу ғаиләһе биш ҡыҙ, өс малай тәрбиәләп үҫтерә. Әлеге көндә уларҙың бөтәһе лә – Миәкә районының тырыш эшсәндәре, хөрмәтле кешеләре.

Башта Әнүәр Вәхит улы умартасы һөнәрен һайлай, аҙаҡ төҙөүсе булып эшләй. Мәскәү ҡалаһында өйрәнгән балта оҫтаһы эше бик ярап ҡала уға, колхозға һыйыр, һарыҡ, ат аҙбарҙары төҙөшөргә ярҙамлаша. Уның оҫта ҡулдары кешеләргә йорттар һалырға ла булышлыҡ итә: берәүһенә бура бураша, икенсеһенә өй башын ябырға ярҙамлаша, өсөнсөһөнә тәҙрә яңаҡтарын, өй ишек­тәрен, һандыҡтар эшләп бирә. Ә күпме сана, арба яһаған ул оҙон ҡыш айҙарында! Һәр эше еренә еткереп башҡарылыуы, яҡшы сифаты менән күҙҙең яуын алып тора.

Бына шундай ҡарт олатайым бар минең.


Камила ҒӘНИЕВА, VII синыф уҡыусыһы.

Учалы районы, Учалы башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: