+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
5 Май 2020, 21:51

Телевизорҙан ҡараясаҡбыҙ

Бөгөн күптәр Өфөлә хәрби техника парадын күреп, аптырап ҡалғандыр. Еңеү көнөнөң репетицияһы булған. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалын 9 майҙа Мәскәүҙән килтерәсәктәрен беләһегеҙ инде. Уны Өфө аэропортынан тантаналы шарттарҙа, хәрби техника менән ҡаршы аласаҡтар.

Баш ҡала урамдары аша үтеп, Милли музейға тапшырасаҡтар. Үҙизоляция режимында бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәп, әҙ генә кеше ҡатнашлығында ойоштороласаҡ был сара. Ә беҙ иҫтәлекле ваҡиғаны барыбыҙ ҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан тура эфирҙан ҡарай аласаҡбыҙ.
Читайте нас: