– Ҡәртнәй, әйҙә, «Батырҙар йыры»н йырлайыҡ әле.
– Әйҙә, балаҡайым, йырлайыҡ.
...Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,
– Ҡәртнәй, Висла, Одер, Дунай тигәндәре нимә ул?
– Улар – йылға исемдәре, ҡыҙым. Беҙҙән бик алыҫта, Европала: Польша, Чехия, Германия, Венгрия кеүек илдәрҙә ағыусы йылғалар, балам.
– Ысынлап та, башҡорттар шул тиклем алыҫҡа барып, ат эсергәндәрме?
– Эсергәндәр, ҡыҙым, башҡорттар аттары менән ҡайҙа ғына барып етмәгән, борон Парижға ла ат менән еткән улар.
– Мин ундай алыҫ ерҙәргә тик самолёт менән генә осоп барып булалыр, тип уйлай инем.
– Һинең ҡартатайың менән бабайың да ат менеп, Берлиндың үҙенә барып еткән, балам.
– Ысынмы, ҡәртнәй? Һөйлә әле...
– Иғтибар менән тыңла, ҡыҙым. Беҙ әле Өфөлә йәшәһәк тә, тыуған еребеҙ Учалы районы икәнде беләһең инде. Минең атайым Вәлиәхмәт Нурмөхәмәт улы Ғәйнуллин 1902 йылда Мулдаш ауылында донъяға килгән. Артыҡ уҡыу эләкмәгән уға, күрше ауылдағы Шакир муллала ике йыл ғәрәпсә һабаҡ алған. Әрме сафтарында йөрөп ҡайтҡас, Калинин совхозының рәйесе итеп ҡуялар. 1924 йылда Фатима ҡәртнәйең менән ғаилә ҡороп, беҙгә, 7 балаға, ғүмер бирәләр. Мин һөйләйәсәк бабайың 1925 йылда тыуған, ә үҙем – 1938 йылғы. Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән үк атайым һуғышҡа алынды.
– Атайым һөйләй торғайны: «Һуғышҡа тиклем беҙҙең ауылда эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының ике аты була торғайны. Уларға иң яҡшы аҙыҡ, көтөүлектәр ҡаралғайны. Башҡорт атлылары дивизияһы төҙөлә башлағас, ауылдан алты кеше уның составына алынды. Учалы хәрби комиссариатынан Мейәскә юл беҙҙең ауыл аша үтә ине». Атлылар колоннаһын күреп ҡалырға, атайҙарға фатиха биреп, һуғышҡа оҙатыр өсөн юл буйына бөтә ауыл халҡы сыҡҡан. Ул саҡта 15 йәшлек Ғәлиәхмәт бабайың: «Мине лә үҙең менән ал әле!» – тип ҡысҡырып ҡалған. Атайым, һуғыш тиҙ генә бөтөр, тигән ышаныс менән киткән. Шул ҡәһәрле һуғыштың биш йылға һуҙылырын, улы үҫеп етеп, яу яланында уның менән осрашырын, икеһе лә орден-миҙалдар тағып ҡайтырын күҙ алдына ла килтерә алмаған.
Һуғышты данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында үтеп сыҡҡан атайым генерал Шайморатов менән бергә йөрөп, уның нисек һәләк булғанын күргән кеше әле ул.
– Ә улар нисек осрашҡандар? 15 йәшлек кенә ағайың да фронтҡа киткәнме?
– Һуғыш бик оҙаҡҡа һуҙыла шул, балам. 1943 йылда ағайымды ла фронтҡа алалар. Буйға ла, кәүҙәгә лә бәләкәй генә кешене һуғыш яланында күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын ине. Буйы – 143 сантиметр, ауырлығы 43 килограмм була уның. Өфө янында күнекмә лагерын үтеп, 18 йәшлек бабайың Смоленск янындағы 274-се уҡсылар дивизияһының 963-сө полкына эләгә. Атай менән ул араһында ла бәйләнеш була. Бер хатында бабайың: «Кубичёвтабыҙ, атлы ғәскәрҙәрҙән позицияны алдыҡ», – тип яҙа. Атайым хатты командирына күрһәтә. Командир, подполковник Горлатов уға улын үҙе янына алырға кәңәш бирә. Аралары артыҡ йыраҡ булмай. Атайым тейешле документ алып, ағайым янына юлға сыға.
– Билдәле башҡорт яҙыусыһы Тайфур Сәғитов ошо осрашыу тураһында яҙып сыға: «Таңғы алтыла Ғәйнуллин атына атланып, улы янына юлға сыға. Бер көн бара. Ике көн. Ниһайәт, уны туҡтаталар. Докуметтарын тикшерәләр – үткәреп ебәрәләр. Яҡында бер нисә йәш һалдат торған була.
– Минең улымды күрмәнегеҙме? – тип һорай атай кеше. Шул ваҡыт алыҫтан улын танып ҡала. Ул, бер нимә белмәй, яйлап ҡына һалдаттар янына килә. Вәлиәхмәт бер һүҙ ҙә әйтә алмай, улына ҡарап, туҡтап ҡала. Һалдаттар ҙа атай менән улдың осрашыуын көтөп, шымып ҡала. Улына гимнастёрка менән пилотканың шул тиклем килешеп тороуына һоҡланып, атай ҙа шым ғына тора: «Ҡара әле, миҙал да тағып өлгөргән! Бәләкәй генә улым ысын иргә, яугирға әйләнгән! Йөрәгем сыҙармы, юҡмы?» Ғәлиәхмәт һалдаттар янына килеп етә, кавалеристың мундирына ҡарай, яйлап ҡына ҡарашы яугирҙың йөҙөнә менеп етә.... Ата менән улдың ҡараштары осраша...»
Шулай итеп, аталы-уллы Ғәйнуллиндар дивизия составында Берлинға тиклем етеп, Бөйөк Еңеүҙе яулап ҡайталар! Вәлиәхмәт ҡарттайың үлгәс, Ғәлиәхмәт бабайың атайым тураһында: «Ул миңә атай ғына түгел, ә хәрби дуҫ та булды», – ти торғайны.
– Кино төшөрөрлөк бит, ҡәртнәй!
– Шулай балам, тик һуғышты һеҙ киноларҙан ҡарап, китаптарҙан уҡып ҡына белегеҙ инде, балаҡайҙар! Был афәтте күрергә яҙмаһын!
– Рәхмәт, ҡәртнәй! Әйҙә «Шайморатов генерал» ды йырлайыҡ.
– Әйҙә, балаҡайым, йырлайыҡ.
...Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай