+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 13:50

Еңеү яҙы

Етмеш биш йыл тула быйыл Беҙ һуғышта еңгәнгә. Атай һәм дә олатайҙар Еңеү яулап килгәнгә.


Етмеш биш йыл был Еңеүгә,

Илебеҙ күге тыныс.

Еребеҙҙә ал таң ата,

Янамай һис ҡурҡыныс.


Өләсәйҙәр киң ҡырҙарға

Еңеү яҙын килтерҙе.

Баҫыуҙарҙа көн-төн эшләп,

Улар иген үҫтерҙе.


Мәңге йәшә, Тыуған илем –

Гүзәл тупрағы ерҙең.

Һин бит беҙгә йәшәр өсөн

Еңеү яҙы килтерҙең.


Беҙ – улдары еңгән илдең,

Беҙ – ҡыҙҙары Ватандың.

Еңеү яҙы киләсәктә

Тыныслыҡ тип аталһын.


Матур булһын Башҡортостан,

Һаҡлайыҡ уны, дуҫтар.

Тыуған ил тип йәшәй ерҙә

Хатта күктәге ҡоштар.

Зөһрә КАШАПОВА.

Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Читайте нас: