-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 11:38

Изге рухы алдында баш эйәбеҙ

Олатайым Сәхиулла Иҙиәт улы 1916 йылда Мораҙым ауылында донъяға килә. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй башлай. Үҙенең тормош юлында ошо уҡ ауыл һылыуы Шәмсинур Миңлегәрҙән ҡыҙын осратып, донъя ҡора. 1939 йылда ғаилә ҡыуанысы булып, улдары Фәнил тыуа.

Матур ғына итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, тыныс ҡына йәшәп ятҡанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Сәхиулла олатайым һөйгән ҡатынын һәм улын ҡалдырып, фронтҡа китә. Ҡурҡыу белмәгән йәш егет 1943 йылдың сентябрь айында бик ауыр яраланып, һул аяҡһыҙ ҡала. Тимер өҙөрҙәй 27 йәшлек Сәхиулла икенсе төркөм инвалиды булып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.

Шулай ҙа ауырлыҡтарға баш эймәй, Мораҙым ауылында Аҡкүл элеваторы һәм станцияһы филиалы булған складта мөдир булып эш башлай. Тирә-яҡ колхоз­дар­ҙың игенен ҡабул итеү, һаҡлау һәм оҙатыу – барыһы ла уға йөкмәтелә. Бик тә ауыр ҙа, яуаплы ла эштә бер ҙә үҙен һынатмай. Өләсәйем Шәмсинур Миңлегәрҙән ҡыҙы олатайымдың уң ҡулы булып, ауыр­лыҡтарға бирешмәҫкә, хал­ҡы өсөн арымай-талмай хеҙмәт итергә ярҙам итә. Ошо тылдағы тырыш хеҙмәттәре өсөн улар «1941 –1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һу­ғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Татыу ғаи­ләләрендә һуғыштан һуң бер-бер артлы тағы өс ҡыҙ донъяға ауаз һала. Уларға Фәүзиә, Рәмзиә һәм Райхан тип исем бирәләр.

Олатайым Сәхиулла Иҙиәт улы шулай уҡ III дәрәжә Дан ордены, «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышын­да Германияны еңгән өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бү­ләкләнгән. Бер яҡтан, ауыр ҙа, икенсе яҡтан, бәхетле лә тормош кисергән ола­тайыма Хоҙай оҙаҡ йәшәргә насип итмәгән. 1956 йылдың февраль айында, ҡыр­ҡынсы йәшендә, ул яҡты донъя менән хушлаша.

Әммә ул үҙе артынан онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырып китә. Беҙ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, олатайым менән ғорурланабыҙ, уның изге рухы алдында баш эйәбеҙ.

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы ауылы.

Читайте нас: