+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 00:38

Һуғыш балалары һөйләй

400 мең бала блокадалағы Ленинградта тороп ҡала. 872 көн ҡамауҙа булғандан һуң уларҙың яртыһынан әҙерәге генә тере ҡала.1941 йылдың 20 ноябренән 25 декабренә тиклем 12 йәшкә тиклемге балаларға тәүлегенә 125 грамм икмәк бирелә. Ә 25 декабрҙән был паёк 75 грамға ғына ҡала.1 миллион 500 мең ба­ла Германияға ҡоллоҡҡа оҙатыла. Ауыр эштәрҙә күптәре ярты йылға ла сыҙамай үлә.1 миллион 5 мең 285 бала Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Советтар Союзының фашис­тар баҫып алған ерҙәрендә һәләк була.Концлагерҙарҙағы балаларҙың ҡандарын һурып алып, яралы фашистарға һалалар.20 миллион бала һуғыш йылдарында 585 миллион хеҙмәт көнөн эшләй.Кузнецк металлургия комбинатында һуғыштың тәүге 3 йылында балалар иреткән ҡорос 100 миллион снаряд эшләргә етә.Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында донъяла 13 миллион­ға яҡын бала үлә.

...Ошо ҡот осҡос һандар артында тылдағы һәр ғаиләнең яҙмышы, фажиғәһе ята.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллы­ғына «Һуғыш балалары һөйләй» тигән исем менән әҙерләнгән китабыбыҙ байрам көндәренә сығырға тейеш ине. (Коронавирус арҡаһында ул әҙерәк тотҡарлана.) Йыйынтыҡҡа 125 тыл ветеранының иҫтәлектәре, хәтирәләре туп­ланды. Улар – һеҙҙең ауылығыҙҙа йәшәп ятҡан, инде 80-де үткән өлкән йәштәге инәйҙәр һәм бабайҙар, һеҙҙең ҡартатай, ҡартәсәйҙәрегеҙ кеүек һуғыш яраларын, аслыҡты, яланғаслыҡты кисергән оло быуын кешеләре.

«Әгәр тыл булмаһа, беҙ һуғышта еңә алмаҫ инек», – тигән маршал Георгий Жуков. Тағы ла һандарға иғтибар итәйек. Тыл хеҙмәтсәндәре тырышлығы менән фронтҡа 12 миллион пар быйма, 20 миллион мамыҡ телогрейка, 24 миллион ҡолаҡсынлы бүрек, тундар, йылы мамыҡ салбарҙар, йөн ойоҡтар, бейәләй, бирсәткәләр ебәрелә. Ошо һандар эсендә һеҙҙең ауыл инәйҙәренең бәйләгән ойоҡ, бирсәткәләре лә бар. Хәйер, ул саҡта инәй булмағандар, ә бәп-бәләкәй генә балалар, хатта мәктәпкә уҡырға бармаған бәләкәстәр ҙә ҡулдарынан кил­гәнсә фронтҡа ярҙам тип баҫыуҙа әлеге лә баяғы «таяҡ» өсөн тир түккән. Хеҙмәт хаҡына бер тин дә түләнмәгән, ә «таяҡ» тигәндәре бер эш көнө тигәнде аңлат­ҡан. Әгәр көҙ көнө уңыш мул булһа, игенде хөкүмәткә тапшырып, колхоздың киләһе йылына сәсеүгә ҡалдырғандан һуң ашлығы ҡалһа, шул «таяҡ» һандарына ҡарап, йәғни нисә көн эшләгәнеңә игенләтә таратып биргәндәр. Ул инде ысын мәғәнәһендә оло байрам булған.

Ә йәй баҫыуҙа эшләгәндәргә бер тапҡыр йылы аш ашат­ҡандар. Өйҙәрендә бер ниндәй ризыҡ булмаған кешеләр хәл­һеҙ кәүҙәләрен саҡ һөйрәп, ана шул өйрә өсөн яланға эшкә сыҡҡан. Аш ашатырға хәлдәре булмаһа, бер ҡалаҡ он бүлеп биргәндәр. Ул да ҙур ризыҡ һаналған. Көнлөк тамаҡ туй­ған...

«Һуғыш балалары һөйләй» китабындағы ҡайһы бер иҫтәлектәр менән танышҡан яҙыусы минән: «Күп ерҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмер балаларҙы урман эшенә ебәргәндәр, ул сама утынды нимә эшләттеләр, ҡайҙа ебәрҙеләр икән?» – тип һораны. Беренсенән, көнө-төнө эшләгән завод мейестәренә яғырға, икенсенән (мин уныһын үҙем дә бынан бер нисә йыл элек кенә белдем), һуғыш йылдарында фронтта ла, тылда ла күп автотранспорт утын менән эшләгән. Тыл хеҙмәтсәндәре фронтҡа хатта бесән оҙатҡан. Нимәгә, тип аптырамағыҙ: Башҡорт кавалерия дивизияһы аттары өсөн кәрәк булғандыр, күрәһең.

Китапҡа инмәй ҡалған иҫтәлектәр ҙә күп.

Мәҫәлән, Шишмә райо­нының Шишмә ҡасабаһынан 1931 йылда тыуған Салипа Мансурова апай бына нимә һөйләй:

«Һуғыш башланғанда Подольск ҡалаһында йәшәй инек. Һуғыштың үҙен күрҙем, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Сөнки немец самолёттарының өҫтән осоп үткәндәрен хәтерләйем. Беҙ ҡур­ҡып ҡайҙа ҡасырға белмәйбеҙ: кем урманға йүгерә, кем – ҡайҙа. Бик ҡурҡыныс булды ул ваҡытта. Һуғыш тураһында кино ҡараған кеүек кенә түгел бит ул, шул самолёттар аҫтында йүгерәһең, үләмме, ҡаламмы, тип.

Шунан беҙҙе, балаларҙы поезд менән эвакуацияға оҙаттылар. Юлда бик оҙаҡ килдек. Мин шулай Башҡортостанға эләктем. Атай менән әсәй Мәскәүҙә ҡалды. Беҙҙе Благовар районының Первомайский посёлогына килтереп урынлаштырҙылар. Барактарҙа йәшәнек. Һуңыраҡ, әсәй килгәс, беҙҙе Свердловск өлкәһенә күсерҙеләр. Һуғыш бөткәс, атай ҙа был яҡҡа килде».

Һуғыш башланғанда Ғафури районының Дмитриевка тигән ауылында йәшәгән Наталья Карабельскаяға 3 йәш кенә була. Күп иҫтәлектәрен ул әсәһе һөйләүе аша хәтерләй. Ғаиләләрендә 4 бала була. Иң бәләкәйҙәре аслыҡтан үлеп ҡала. Әсәй­ҙәре көндәр буйына баҫыуҙа эшләй. Ауыл эргәһендәге причалда ҡатындар баржаға ауыр тоҡтарҙы тейәй. Хеҙмәт көнө өсөн бирелгән 30 грамм борсаҡты әсәйҙәре яулыҡ осона төйнәп кенә алып ҡайта.

Атайҙары һуғышҡа китә, бер генә хаты килә. Унан әсирлеккә эләгә. Башҡаса хат та, хәбәр ҙә булмай.

«Еңеү көнөн яҡшы хәтерләйем, – ти Наталья Михайловна. – Малайҙар һыбай: «Еңеү! Еңеү!» – тип бөтә тирә-яҡҡа ҡысҡырып, шатланып йөрөнө. Әсәйемдең туғаны фронттан ҡайтҡанын да иҫләйем. «Ә ҡай­ҙа беҙҙең Миша, нишләп ул юҡ?» – тип әсәйем туғанын ҡосаҡлап, үкһеп-үкһеп иланы.

Беҙҙең Дмитриевка төпкөлдә урынлашҡан, бәләкәй генә ауыл. Шулай булһа ла, ауылыбыҙ аша үтеп йөрөүселәр күп ине. Берәй ят кешене күреп ҡалһаҡ, атайыбыҙ түгел микән, тип йөрәгебеҙ дарҫлап тибә торғайны. Өмөтөбөҙҙө өҙмәй, оҙаҡ көттөк.

Еҙем-Ҡаран баҙарына барыу­сылар ҙа беҙҙең ауыл аша йөрөй. Әсәйебеҙ бер ауыҙ һүҙ башҡортса ла, татарса ла белмәй, шулай булһа ла, юлда арып-йонсоп барған ҡатындарҙы өйөбөҙгә саҡырып, картуф булһа, бешереп, булмаһа, үләндәр менән сәй ҡайнатып эсереп ебәрә ине. Ул ҡатындар ҙа урыҫса белмәй. Ә шулай ҙа нисектер аңлашалар ине. Сәй эсеп, хәл алып, артабан юлдарын дауам иткән ҡатындарға, бәлки, еңелерәк тә булғандыр. Ул ваҡытта кешеләр изге күңелле ине. Күрәһең, уртаҡ ҡайғы уларҙы берләштергәндер...»

Һуғыш сыҡҡанда 9 йәштә булған Хәмиҙә Шафиҡованың һөйләгәндәрендә лә шул осорҙоң ҡыйынлыҡтары ярылып ята:

«Беҙ ул ваҡытта Шишмә районының Әмин ауылында йәшәй инек. Ғаиләбеҙҙә биш бала. Һуғыш башланыр алдынан ғына атай һыйырҙы һатты. Яуға киткәнсе берәй һыйыр алып буламы, юҡмы, тип борсолоп йөрөнө. Тик нишләптер ала алманы. Атайҙың бер күҙе йәрәхәтләнгән булыу сәбәпле, уны һуғышҡа алманылар, ә хеҙмәт армияһына ебәрҙеләр.

Беҙҙең аҡ кәзәбеҙ бар ине. Мин бер ваҡыт ныҡ сирләп киттем. Терелер өсөн ҡара кәзә һөтө кәрәк, тигәндәр. Шунан алмаштырғандар инде, мин һауығып киткәнмен.

Һуғыш йылдарында беҙгә лә ололар менән бер рәттән баҫыуҙа эшләргә тура килде. Үгеҙ егеп, иген сәсә инек. Малдар беҙҙе тыңламай. Эшләгән өсөн башта бер стакан он бирәләр ине, һуңға табан ул ике ҡалаҡҡа ҡалды.

Яҙ көнө тубыҡтан һыуға батып, серек бәрәңге йыйҙыҡ, шунан ҡоймаҡ яһап бешереп ашаныҡ.

Уҡырға ла йөрөнөк. Яҙырға дәфтәр заты юҡ. Кем ҡайҙан таҙа ҡағыҙ таба, шунда яҙа.

Еңеү хәбәрен ишеткән халыҡ шатланды, атайҙар, ирҙәр һуғыштан ҡайтһа, тормош еңеләйер, тип өмөтләнде... Беҙҙең атайыбыҙ иҫән-һау ҡайтты...»

Шишмә районының Арыҫлан ауылында тыуған Флүрә Искәндәроваға һуғыш башланғанда 8 йәш була.

«Әсәйгә эйәреп, ужымға көл ташыныҡ. Уны ҡыш буйына аҙбар мөйөшөндә йыябыҙ. Унан көйәнтәләп ужымға һибергә китәбеҙ», – тип хәтерләй ул бала саҡ йылдарын.

Шишмә юлында ҡом таратыуҙа ла эшләй кескәй Флүрә әсәһе менән бергә. Ҡуна ятып эшләйҙәр. Палатка ҡороп, аҫтарына иҫке фуфайка йәйеп, йоҡлап йөрөйҙәр. 10 – 15-әр көн ҡайтмай эшләргә тура килә. «Ризығыбыҙ – әрселмәгән бәрәңге, сәйебеҙ – мәтрүшкә үләне, – тип хәтирәләрен һүтә инәй. – Юл эшенән ҡайтҡас, колхозда молотилка менән ашлыҡ һуғабыҙ. Бөтәһе лә ҡул көсө менән башҡарыла.

Әсәйҙәр Шишмә элеваторынан сәсергә орлоҡ алып ҡайта. Бот ярым игенде күтәреп йәйәү атлайҙар. Тоҡтан бер бөртөк ашлыҡты алырға ярамай, тегенән үлсәп ебәрәләр, бында үлсәп тапшыралар. Әсәй менән бергә мин дә бара торғайным. Төнө буйы сират торабыҙ. Кеше күп. Төрлө колхоздарҙан килгәндәр.

Боҙ китмәҫ борон баҫыуҙарҙан серек бәрәңге йыябыҙ. Унан яланда балтырған, йыуа, һарына, ҡаҡы, ат ҡуҙғалағы – береһен дә ҡалдырмай ашаныҡ.

Халыҡ аслы-туҡлы йәшәһә лә, һалым һалалар ине. Ит, йомортҡа, май, тире тапшырыр­ға ҡушалар. Фронтҡа ойоҡ-бейәләйҙәр ҙә бәйләттеләр».

Арыҫлан ауылынан Хәммәт Ҡорбанов: «Һуғышҡа йылы кейемдәр йыйыу 4 йыл буйына дауам итте, – тип хәтерләй. – Шул ваҡыт эсендә беҙҙең ауылдан ғына 20 посылка ебәрелде. Уларҙың эсендә быйма, йөн ойоҡ, йылы эске кейемдәр, тун һәм фуфайкалар бар ине».

Артабан Хәммәт ағай Шишмә районына Мәскәү, Ленинград яҡтарынан эвакуация менән бер эшелон ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар, балаларҙың килеүен, уларҙы Арыҫлан ауылына ла бүлеп биреүҙәрен, киң күңелле ауыл халҡының үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуғыш эсенән, аслыҡтан йонсоп килгән балаларға ярҙам итеүҙәре, һөт-йомортҡа биреп, хәстәрлек күреүҙәре тураһында һөйләй. «Эшкә яраҡлылары колхоз эшенә йөрөнө, ауыл халҡы менән ныҡ дуҫлашып киттеләр, хатта үҙҙәренә ҡайтып киткәс тә күп ғаиләләр менән хат алышып торҙолар».

...Һуғыш балаларының был хәтирәләрен юҡҡа ғына килтермәнек. Ошондай уҡ инәй­ҙәр һәм бабайҙар һеҙҙең ауылдарығыҙҙа ла бар бит. Уларҙың һөйләгәндәрен яҙып алып ҡалығыҙ. Тыл ветерандарының иҫтәлектәрен бер генә тарих китаптарында ла тапмаҫһығыҙ. Ул китаптарҙа Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа нисек ярҙам иткән, күпме иген, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм аҡсалата төрлө яҡтан ярҙам күрһәтеүе хаҡында һандар теле менән яҙылған мәғлүмәттәрҙе күрергә була. Ә шул ярҙам артында һәр ауылдың, һәр хеҙмәтсәндең өлөшө ниндәй, үҙҙәре нисек көн иткән, ниндәй михнәттәр кисергән, һал ағыҙған, урман ҡырҡҡан, заводтарҙа 12-шәр сәғәт ялһыҙ станокта эшләгән – былар барыһы ла тик беҙҙең әлеге тыл ветерандарының, инәй-бабайҙарҙың хәтирәләрендә генә. Яҙып алығыҙ шуларҙы. Бына Шишмә районы һәр ауылдың ветерандарының иҫтәлектәренән электрон китап төҙөп, бик ҙур мөһим эш башҡарған. Уларҙың миҫалы күптәргә өлгө булырлыҡ.

Үткәндәрҙе онотмаҫ өсөн кәрәк был иҫтәлектәр. Тарих өсөн кәрәк. Ғәҙәттә, байрам мәлдәрендә генә иҫкә төшөрәбеҙ ветерандарҙы. Улар – көндәлек иғтибарға, ихтирам­ға лайыҡ өлкән быуын вәкилдәре. Әлеге көндә тыныс йәшәп ятыуыбыҙ менән дә беҙ уларға бурыслыбыҙ. Улар үҙ үҙҙәрен аямай, күп мохтажлыҡтар кисереп, фиҙакәр хеҙмәт итеп, еңеүҙе яҡынайтҡандар бит. Шуны онотмайыҡ.

«Һуғыш балалары һөйләй» тигән китапта республикабыҙҙың 29 районындағы ауылдар­ҙа йәшәүсе тыл ветерандарының иҫтәлектәре тупланды. Бынан тыш, унда Ленинград блокадаһын кисереп, бөгөн Башҡортостанда, Өфөлә ғүмер итеүсе һуғыш балаларының хәтирәләре лә инде.

Тиҙҙән был китап һатыуға сығыр. Уны алып, үҙегеҙҙең өләсәй, олатайҙарығыҙға, ауылығыҙҙағы тыл ветерандарына бүләк итһәгеҙ, изге Ураҙа айында ҙур сауап алыр инегеҙ.
Читайте нас: