+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2020, 13:09

Ауылдаштарға байрам бүләге

Бөйөк Еңеү көнөн ихлас ҡаршыланыҡ. Байрамға әҙерләнеп, тирә-яҡ рәткә килтерелде.


Үҙҡурсаланыу ваҡытында ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, мәктәптә эшләгәндәр һәйкәл тирәһен йыйыштырҙы, һәр ғаилә өй эргәһен таҙартты.

Ә беҙҙең ауылдың оҫта ҡуллы кешеләре ауылдаштарына ҙур бүләк яһаны: улар буш торған бинаны һуғыш тематикаһына ҡағылышлы һүрәттәр менән биҙәне. Матур композицияны әҙерләүҙә Оксана Яртым, Алла Пронь­кина, Әсхәт Семёнов, Фәтих Аҡбулатов, Ирина Сидоренко, Гөлшат Ғәләүетдинова, Илһам Әхмәҙиевтәрҙең хеҙмәте бик ҙур. Ауылға килеүселәр ҙә быны күреп, бик һөйөндө, интернет селтәрендә лә рәхмәт һүҙҙәре яуа.

Гөлназ НАЗАРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк ауылы.

Читайте нас: