Был ваҡиғаны Башҡортостандың нисә быуын халҡы күпме йылдар буйы көтөп алды. Беҙ генәме һуң? Генерал һәләк булған Луганск Халыҡ Республикаһында ла батыр яҡташыбыҙҙы ныҡ хөрмәт итәләр.
9 майҙа Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын Мәскәүҙән Өфөгә алып килделәр. Был тарихи ваҡиғаны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы башынан аҙағынаса тура эфирҙан күрһәтте. Әле YouTube каналында ла ҡарарға мөмкин. Өфө аэропортынан ҡаршы алып, хәрби кортежда Өфө урамдары буйлап үтеп, Совет майҙанында туҡталдылар. Әйткәндәй, 1942 йылда генерал Башҡорт кавалерия дивизияһы менән ошонан фронтҡа киткән, ошонда уҡ уға һәйкәл ҡуйырға планлаштыралар.
Награда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырылғас, республика етәксеһе Еңеү көнө айҡанлы ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. «Әлеге ҡатмарлы ваҡытта яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелеүе – уның шәхесенә ҡарата иң ҙур хөрмәттең сағылышы», – тине ул. Һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалы Башҡортостан Республикаһының Милли музейына һаҡлауға ҡуйылды. Уны теләгән һәр беребеҙ барып күреп, ғорурлана аласаҡ.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын үҙизоляция режимында өйҙәрҙә, парадһыҙ ғына үткәреп ебәрҙек. Әммә иң изге байрамыбыҙ айҡанлы күпләп ойошторолған саралар еңеү өсөн йәнен аямай көрәшкән совет халҡы, ветеран олатай-өләсәйҙәребеҙ, һуғыш осоро балалары тураһында күберәк белергә, улар тураһында яңы мәғлүмәттәр эҙләп табырға саҡырҙы. Онлайн режимда был көндәрҙәге иң популяр йыр – «Еңеү көнө»н дә күмәкләшеп башҡарҙыҡ.