+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2020, 12:13

Олатайым менән ғорурланам

Ил улдары менән данлыҡлы, ти халыҡ. Килешәм, сөнки Бөйөк Ватан һуғышын ғына иҫкә алһаҡ та, күпме кеше тыуған ере, иле, киләсәге өсөн йән аямай алышҡан. Тарихыбыҙҙың иң ҙур, шул тиклем ҡурҡыныс, ҡанлы 1941 – 1945 йылдары илебеҙ өсөн иң ауыр мәлдәр булып тора.

1920 йылдың 15 майында беҙҙең өсөн ҡәҙерле олатайыбыҙ Мофаззал Ғәҙелгәрәй улы Ғүмәров донъяға килгән. Әгәр тере булһа, ул үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләр ине. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа үҙ өлөшөн индергән олатайым тураһында булыр бөгөнгө һүҙем.

Ул 1931 йылда Өмөтбай мәктәбенә уҡырға бара. Артабан Билал ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1937 – 1938 йылда уҡы­тыусы булыу хыялы Темәс педагогия училищеһына алып килә. Тырышып уҡый. Училищеның һуңғы курсында егетте Архангел районының Абҙан мәктәбенә уҡытыусы итеп тәғәйенләй­ҙәр.

1941 йылда йәш уҡытыусы тәүге отпускыһына ауылына ҡайта һәм июнь айында Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Олатайым 1941 йылдың сентябренән Әбйәлил районы Асҡар урта мәктәбендә уҡытыу­сы итеп тәғәйенләнә. Ә 1942 йылдың 11 ноябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм фронтҡа оҙатыла.1943 йылда яуҙа саҡта партия сафына баҫа. Һуғышта күр­һәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»,ә 1945 йылдың 9 майында «Германияны еңгәне өсөн» миҙалдарына лайыҡ була. Ике тапҡыр ауыр яралана. Госпитал­дә дауаланып сыҡҡас, 1944 йылдың 4 ноябрендә Кемеров өлкәһендәге Кузнецк металлургия комбинатына эшкә ебәрелә.

1946 йылдың 6 апреленән Өмөтбай мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Шул йылдың 25 апрелендә Өмөтбай башланғыс мәктәбенә мөдир итеп тәғәйенләнә. 1973 йылдың ноябренә тиклем, ғүмеренең һуңғы көндәренә хәтлем, арымай-талмай балаларға белем бирә. Әсәйем һөйләүе буйынса, олатайым биология фәнен бик яҡшы белгән һәм ҡоштар­ҙың телен дә аңлаған икән. Әйткәндәй, 1948 йылдың 25 майында өләсәйем Мосадиҡа Низам ҡыҙы менән өйләнешеп, бергә 11 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүебеҙ тарихыбыҙҙың иң сағыу ваҡиғаһы булып, тағы бик күп быуаттар киләсәк быуынды илһөйәрлеккә, батырлыҡҡа әйҙәп торасаҡ. Беҙҙең аяҙ күгебеҙ, ҡояшлы көндәребеҙ тип ғүмерҙәрен биргән, Еңеүгә ҙур өлөш индереүсе һуғыш ветерандары алдында баш эйәбеҙ һәм уларға рәхмәт әйтәбеҙ.


Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Читайте нас: