-25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2020, 12:21
Шакирйән Мөхәмәтйәнов менән бергә уйнап үҫкән
Минең яугир ҡарт олатайым Фуат Ғилмитдин улы Әсәҙуллин Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Ошо уҡ ауыл мәктәбендә ете синыфты тамамлай. Ул Шакирйән Мөхәмәтйәнов менән бергә уйнап үҫкән.
Унан бер йәшкә генә бәләкәсерәк булған. Александр Матросовтың Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуын иҫбатлау, уның биографияһын асыҡлау буйынса иң ҙур эш алып барған кешеләрҙең береһе. Әгәр ҙә ул башлап, аҙағына тиклем әүҙемлек күрһәтмәһә, бәлки, беҙ геройыбыҙҙың үҙебеҙҙең ауылдан сыҡҡанын белмәҫ инек.
Ҡарт олатайым минең өсөн герой, ҡаһарман. Ул – ике тапҡыр I һәм III дәрәжәләге Дан ордендары кавалеры. Һуғышҡа 1943 йылдың 9 ғинуарында алына. Был ваҡытта уға 17 генә йәш була. 1943 йылдың 31 декабрендә Ҡыҙыл байраҡлы Суворов һәм Богдан Хмельницкий орденлы 57-се гвардия уҡсылар дивизияһы төҙөлә. Ҡарт олатайым 172-се гвардия уҡсылар полкының составында һуғыша. Ул дошман менән миномётсы булып алышҡан. 1944 йылда фронтта коммунистар партияһына ингән. Ҡаты һуғыштарҙа бер нисә тапҡыр яралана. Беҙҙең илебеҙҙең азатлығы, яҡты киләсәгебеҙ өсөн 3 мең саҡрымлап һуғыш юлын үткән ул.
Бөйөк Еңеүҙе Берлинда, Рейхстагтан 200 метр алыҫлыҡта, ҡаршы алған. 1950 йылға тиклем Германияла беҙҙең хәрби частарҙа хеҙмәт итә. Бында Фуат олатайым парторг була, йәш һалдаттарҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгән, «Дивизияның батыр һуғыш юлы» стенды менән дә таныштырған. Олатайым һуғыштан һуң ете йыл әрме хеҙмәтендә булған.
Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ҡарт өләсәйем Кашифа Шәйәхмәт ҡыҙы менән ете бала үҫтергән. Өләсәйем уҡытыусы булып эшләй, ә Фуат олатайым колхозда төҙөлөш бригадаһы етәксеһе, фермала, артабан хужалыҡ эштәре буйынса мөдир булған. Уны иптәштәр суды, ревкомиссия рәйесе итеп тә һайлағандар. Ҡарт олатайымдың тормош юлы һоҡланғыс һәм ул миңә өлгө булып тора. Киләсәктә бер ҡасан да уның рухына тап төшөрмәҫмен.
Данияр ӘСӘҘУЛЛИН,
VI синыф уҡыусыһы.
Учалы районы,
Учалы ауылындағы башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән