-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
22 Май 2020, 13:09

Сания инәй – тыл ветераны

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы тормош бик ауыр була. Унда ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ғына тороп ҡала. Улар фронтты ҡорал, аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым менән тәьмин итеү бурысын иңдәрендә күтәрә. Тылдағы хеҙмәтсәндәр «Барыһы ла – фронт өсөн, барыһы ла – еңеү өсөн!» тигән девиз менән эшләй.


Минең яҙмамдың геройы Сания инәй Яхинаның да үҫмер йылда­ры һуғыш ваҡытына тура килә. Ул 1928 йылда Илеш районының Бишҡурай ауылында ишле балалы ғаиләлә донъяға килә. Атайҙарының йәше үтеү сәбәпле, һуғышҡа алмайҙар. Ағаһы фронттан яраланып ҡайта. Ғаиләләре бик ауыр йәшәй. Малдарын һатып бөтәләр, ашарға табыу, тамаҡ туйҙырыу йылдан-йыл ауырлаша. «Өҫ кейеме, аяҡҡа кейергә сабата юҡ, ашарға ла юҡ. Кәлйемә менән туҡландыҡ, яҙын балтырған, ҡуҙғалаҡ, кесерткән йыя инек. Һыйырҙары булған ғаиләләр ас булманы. Уҡыу онотолдо, һуғышҡа ҡәҙәр генә уҡып ҡала алдыҡ»,– тип хәтерләй Сания инәй.

Ауыл халҡы көнө-төнө баҫыуҙарҙа, ҡырҙарҙа эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар көлтә бәйләй, нормаларын күпкә арттырып үтәй. Үҫмерҙәр һәр эштә ярҙам итә. Кистәрен ҡатын-ҡыҙҙар фронттағыларға бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй, һалдаттарға ебәреү өсөн ҡалайға теҙеп, бәрәңге киптергән. Сания инәй был эштәрҙең бөтәһендә лә ҡатнашҡан.

– Йәй көндәрендә иртәнге дүрттә тора инек, эшкә иртәнге наряд – сәғәт биштә, ә кискеһен – төнгө ун икелә. Йоҡлар өсөн бары өс-дүрт сәғәт ҡала торғайны. Хәҙер күҙ алдына ла килтереп булмай, нисек түҙҙек икән.... Эйе, бәлки, еңеүгә һәм ауырлыҡтар­ҙың ваҡытлыса булыуына ышанғанғалыр.

Бөгөнгө тормош яҡшы. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, балаҡайҙарым, күгебеҙ аяҙ, донъялар имен булһын. Үҙемдең тормош тәжрибәмдән сығып, шуны һеҙгә әйтәм: донъяның төрлө сағы була. Ауыр ваҡытта теш ҡыҫып түҙәһең, йәшәргә тырышаһың. Кеше үҙ ғүмерендә бөтәһен дә татый, кисерә. Тик һынатмаҫҡа, кеше булып ҡалырға кәрәк, – ти ул.

Әлеге көндә Сания инәй балалары тәрбиәһендә йәшәй. Йыр-моңға әүәҫ үҙе. 85 йәшенә тиклем «Аҡ яулыҡтар» фольклор төркөмөндә йырлап йөрөгән. Ул миңә элек һуғыш йылдарындағы йырлаған йырын да башҡарып күрһәтте:

Үҫә төшкәс, беҙгә ҡайғы килде,

Илебеҙгә дошман ябырылды.

Минең кеүек тағын бик күптәрҙең

Осар ҡанаттары ҡай(ы)рылды.

Тол ҡатындар менән беҙ ҙә кейҙек

Ҡамыттарҙың шундай олоһон.

Илай-илай, гел дә ҡарғай инек:

Дошмандарҙың тамыры ҡороһон!

Ирекһеҙҙән, күҙҙәремә йәш килде, тамағыма төйөр ултырҙы. Мин Сания инәйҙе йәлләп ҡуйҙым, улар бит һуғыш башланған ваҡытта нәҡ беҙҙең йәштә булған...

Сәләмәт бул, хөрмәтле тыл ветераны, ауылыбыҙҙың ағинәйе!


Рәил МАЗАЕВ, VI синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбе.

Читайте нас: