Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙың маҡсаты - Луганск ерендә кавалерия дивизияһы байраҡтары күсермәләрен тапшырыу, Миңлеғәле Шайморатов мемориалына һәләк булған һалдаттарҙың исемдәре яҙылған таҡтаташтар ҡуйыу, аллеяла эрбет (кедр) үҫентеләрен ултыртыу. Шулай уҡ Рәсәй Геройы Шайморатовтың һәләк булған еренә уның тыуған яғынан алынған тупраҡ һалынған капсуланы ла алып барасаҡтар.