+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 11:34

Һуғыш бүтән ҡабатланмаһын!

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең халыҡ өсөн ҡурҡыныс ваҡиға була. Ул бик күп кешеләрҙе юҡ итә, балаларҙы етем ҡалдыра, ауыл-ҡалаларҙы яндыра. Ә бөгөн беҙ тыныс, мул тормошта, аяҙ күк аҫтында йәшәйбеҙ. Аслыҡ-яланғаслыҡты күрмәйбеҙ, йорттарыбыҙҙы шартлатмайҙар, утҡа тотмайҙар, сирена тауышына йүгермәйбеҙ. Беҙгә был бәхетле бала саҡты тылда эшләгән өләсәйҙәребеҙ, фронтта ҡан ҡойған олатайҙарыбыҙ яулаған. Һуғышты тик киноларҙан ҡарап, тарих дәреслектәренән, китаптарҙан ғына уҡып белһәк тә, уның еле бер ғаиләне лә ситләп үтмәгән.

1941 йылдың 22 июнендә тыныслыҡ килешеүен боҙоп, Германия Советтар Союзына ҡаршы һөжүм итә. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Күпме ирҙәр, йәш егеттәр, хатта үҫмерҙәр ҙә Тыуған илде һаҡлар өсөн яуға китә. Ә ауылда ҡалған халыҡ ҡулынан килгәнсә фронтҡа ярҙам итергә тырыша. Ул саҡтарҙа балалар ҙа ил, Еңеү өсөн йәлләмәй көс түгә, батырлыҡ күрһәтә. Һуғыш уларҙың бөтә бала сағын, йәшлектәрен урлай. Фронтҡа киткән ир-атай­ҙар­ҙың урынына ҡатын-ҡыҙ­ҙар һәм балалар баҫа. Был ҡан-ҡойошло һуғыш халыҡ күңелендә мәңге онотолмаҫ яра ҡалдыра, сөнки ул бик күп кешеләрҙең ғүмерен өҙә.

Ватанды яҡларға барыу­сылар араһында минең олатайымдың атаһы Аҡмалетдин Зыязетдин улы Зыязетдинов та була. Ул 1913 йылдың 13 октябрендә Илеш районы Теләкәй ауылында донъяға килә. Тырыш, татыу ғаиләлә алты бала тәрбиәләнә. Бәләкәй саҡтан уҡ Аҡмалетдин хужалыҡтағы бер эштән дә ҡурҡмайынса, барыһын да еренә еткереп, ихлас күңелдән башҡарған. 1935 – 1938 йылдарҙа армия сафында инженер-сапёрҙар батальонында водолаз булып хеҙмәт итә, «Ворошиловский стрелок» нормативын үтәй һәм билдә менән бүләкләнә. Әрменән ҡайтып күп тә тормай, йәш егет Сәймә исемле бер һылыу менән ғаилә ҡороп ебәрә. Матур ғына йәшәп ятҡанда һуғыш башлана...

1941 йылдың аҙағында ул 214-се уҡсылар дивизия­һының айырым инженер-сапёр­ҙар батальонына алына. Дивизия Сталинград ҡалаһына инеү юлда­рын һаҡлай. 1942 йылдың 19 ноябрендә ауыр яралан­ған олатайымды госпиталгә оҙаталар. Төҙәлеп сыҡҡас, ул үҙенең батальонын ҡыуып етеп һәм тағы ла гел алғы саф­тарҙа булып, хәрби юлын дауам итә. Шунан Бөйөк Ватан һуғышындағы төп һәм иң ҡаты алыштарҙың береһе – Курск дуғаһындағы бәрелештә ҡатнаша.

6 июль көнөндә көслө ут аҫтында немецтарҙың дәһшәтле һөжүмен кире ҡаҡҡанда танкыға ҡаршы ата торған мылтығынан атып, немецтарҙың бер танкыһын юҡҡа сығарған. Был батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

1943 йылдың октябрендә ҡарт олатайым тағы ла яралана. Ул төҙәлеү менән йәнә алғы һыҙыҡҡа – үҙенең дивизияһына барып ҡушыла. Бөтә асыуын сығарып, Тыуған иле, яуҙа ятып ҡалған иптәштәре өсөн үс алыр өсөн ҡулына тиҙерәк ҡорал тоторға ынтыла олатайым. Ошо йылда ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1944 йылда Таллин ҡалаһы өсөн барған һуғыштар­ҙа дүртенсе тапҡыр ауыр яралана. 1945 йылда Польша биләмәһен, Краков ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 20 мартында ауыр контузия ала һәм ноябрь айында тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.

Һуғыштан ҡайтыу менән ҡарт олатайым ең һыҙғанып эшкә тотона һәм лайыҡлы ялға сыҡҡансы ауылда тимерсе булып эшләй. Сәймә өләсәйем менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

Аҡмалетдин олатайымдың тағы бер яратҡан шөғөлө – милли көрәш. Ул «Һабантуй батыры» тигән исем дә яулаған, гел беренселекте бирмәгән. Хатта 1953 йылда милли көрәш буйынса Башҡорт АССР-ның Ми­нистр­ҙар Советы кубогы менән бүләкләнә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарт олатайым инде күптән вафат булған. Беҙ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, уның менән ғорурланабыҙ, изге рухы алдында баш эйәбеҙ.

Һуғыш бүтән ҡабатланмаһын! Илдә тыныслыҡ хакимлыҡ итеүен теләйем. Күктәребеҙ гел аяҙ, илдәребеҙ, киләсәк көндәребеҙ имен булһын.

Еңеү байрамын беҙҙең ил 75-се тапҡыр аяҙ, тыныс күк менән ҡаршыланы. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. Мәңгелек дан һеҙгә, ветерандар!


Ирина ЗЫЯЗОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия.

Читайте нас: