+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 12:21

24 июндә "Һеңлекәш" фильмын асыҡ һауала күрһәтәсәктәр

Иртәгә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы парад үткән көндә, Өфөнөң "Башҡортостан" концерт залы алдындағы майҙанда режиссёр Александр Галибиндың Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмын күрһәтәсәктәр.

Урындар сикле, шуның өсөн алдан +7 919 612-40-49 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк, теркәлмәгән автомобилдәрҙе үткәрмәйҙәр. Машинағыҙҙа радиоалғыс булырға тейеш, тауыш шунда трансляцияланасаҡ, ти ойоштороусылар. Йыйылыу ваҡыты - киске 21 сәғәт 30 минут. Фильм сәғәт 10-да башлана. Рәхим итегеҙ!
Читайте нас: