-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
2 Июль 2020, 16:10

Афарин, Баймаҡ егете!

Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Мәскәүҙәге төп парадта Баймаҡ районының Таһир ауылы егете Нурйән Байраҡаев та ҡатнашты. Ул алты йыл диңгеҙ пехотаһында табип булып Мурманск өлкәһендә хеҙмәт итә. Матур ғаиләһен дә ошонда ҡора.

Диңгеҙ пехотаһы элиталы ғәскәрҙәрҙән һанала, улар ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, төрлө яуаплы хәрби операцияларҙа ҡатнаша, законлылыҡты нығытыу йүнәлешендә эшләй. Уларҙың часы Мәскәүҙәге төп парадта һуңғы тапҡыр 1996 йылда ҡатнашҡан. Ниһайәт, яҡшы традиция быйыл да дауам итеп, Нурйән Йәнбулат улына парадта ҡатнашыусы яугирҙәр сафына эләгеү насип булған. Һалдаттар Ҡыҙыл майҙанда яңы хәрби техника күрһәтте. Бик тантаналы күренеш булды! Улай ғына түгел әле, парадта ҡатнашыусы егеттәрҙең һәр береһенә миҙал да тапшырылды. Ә Нурйән Байраҡаевтың - 6-сы миҙалы. Афарин! Әйткәндәй, был шәп егет - элекке йәш хәбәрсебеҙ Янбулат Байраҡаевтың улы.
Читайте нас: