+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2020, 15:50

Һуғыш тарихы менән дә ҡыҙыҡһынам

Миңә – ете йәш, «Йондоҙло» балалар баҡсаһына йөрөйөм. География, тарих менән ҡыҙыҡһынам, атластан төрлө илдәрҙең ҡайҙа урынлашыуын өйрәнәм, флагтарын да күрһәтә алам.

Бөйөк Ватан һуғышының тарихы менән ҡыҙыҡһынам, фильмдар ҡарайым, әсәйем менән китаптар уҡыйбыҙ. Атайымдың ҡартатаһы Нурәхмәт Һибәтулла улы Һөйөндөков – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Мин уның менән ғорурланам.

Атайыма, әсәйемә баҡса эштәрендә ярҙам итәм. Ҡустым Морат менән уйнарға яратам. Үҫкәс, атайым һымаҡ, кранда эшләүсе булырға хыялланам.


Данил ҺӨЙӨНДӨКОВ, 7 йәш.
Баймаҡ ҡалаһы, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы.

Читайте нас: