+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
14 Август 2020, 13:46

Даша башҡортса һөйләшә

Ҡарап тороуға урыҫ ҡыҙына оҡшаған һары сәсле, матур ҡыҙҙың саф башҡортса һөйләшеүе һоҡландырҙы.



Ул Даша Дьяченко булып сыҡты. Атаһы – урыҫ милләтенән. Быйыл беренсе синыфҡа уҡырға бара икән. Үҙҙәре Магнитогорск ҡалаһында йәшәһәләр ҙә, йыл һайын йәй етеү менән Әбйәлилгә ҡунаҡҡа киләләр. Унда өләсәһе менән ҡарт өләсәһе йәшәй. Гөлбәдиғә инәй 92 йәштә булһа ла, аяҡтарында ныҡлы баҫып йөрөй, шөкөр. Гөлсирә өләсәһе лә Даша бүләсәһе килеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ҡыҙыҡай бәләкәймен, тип тормай, өйҙәге барлыҡ эштәрҙе лә ихлас башҡара. Иҙән, һауыт-һабаны матурлап йыуа, баҡсаларҙағы сәскә, йәшелсәләргә һыу ҡоя. Ошондай ике өләсәйҙең эргәһендә башҡортса һөйләшергә өйрәнгән инде.


Гөлсөм ХИСМӘТОВА.
Әбйәлил районы.

Читайте нас: