Ошо илаһи, иҫ киткес ил тураһында бик күп ишеткәнем дә, уҡығаным да бар ине. Был хаҡта талантлы яҙыусы Константин Паустовский үҙенең бер публицистик китабында бәйән иткән, күп кенә башҡа журналистарҙың да һоҡланғыс яҙмалары бар. Күптәр маҡтаған ошо илде үҙ күҙҙәрем менән күрһәм ине, тип хыялландым.
Минән алда ғына улым Фәрит шул яҡтарҙа булып ҡайтҡайны.
– Ундай уйың булғас, әсәй, әйҙә, йөрөп ҡайт, һине ҡаршы алырҙар, торор урының да булыр, мин һөйләшеп ҡуйырмын, – тип дәртләндерҙе. Улым да уйымды ҡеүәтләп торғас, ниәтемде тормошҡа ашырырға булдым.
Аллаға шөкөр, теләгем ҡабул булды – Абхазия иленә сәйәхәтем башланды. «Өфө – Адлер» поезынан төшкәс тә тирә-яғыма ҡаранып алдым. Мине ҡаршы алырға тейештәр ине, күп тә үтмәне, аҡ костюм кейгән ҡарағусҡыл йөҙлө бер егет алдыма килеп баҫты:
– Һеҙ Фәриттең әсәһеме? – тип һораны ул.
– Эйе, – тигәс тә ҡулымдағы әйберемде алды ла үҙе артынан эйәртте.
Беҙ туҡталышҡа йүнәлдек. Автобуста күпмелер барғандан һуң «Казачий рынок» тигән урынға килеп төштөк. Унда баҙар ҡайнап тора, бал ҡорттары тиерһең, барыһы ла гөж килеп һатыулаша, ала, үлсәй, ҡарай. Шуныһына иғтибар иттем – ҡара күлдәкле ҡатын-ҡыҙҙар күп күренде, улар тоҡлап ярма, шәкәр, он һәм башҡа аҙыҡтар алып ҡайтырға килгән, улар ҡайҙан, тип һорағас, Гагранан, Пицунданан, тип яуапланы Артур исемле яңы танышым. Ул тауыҡтарға бойҙай алам, тип үҙе лә икенсе яҡҡа ыңғайланы. Бер ҡулына – бойҙай тоҡсайы, икенсе ҡулына минең сумканы тотоп атлап барғанда уға:
– Һеҙгә ауыр булыр бит, бирегеҙ, йөгөмдө үҙем күтәрәйем, – тигән булам.
– Ике ҡулда ла йөк тигеҙ булһа, еңелерәк була ул, ял итеп барығыҙ, – тигәс, башҡаса ныҡышманым.
Ғәжәп итәғәтле, ярҙамсыл кеше булып сыҡты был егет. Юл буйына ике яҡлап тимер рәшәткәләр менән уратылған юлдан – сик аша үттек, халыҡ ағымы туҡтауһыҙ килә. Ҡайһы саҡта өйөлөшөп, тығылышып китәләр, сөнки аҙыҡҡа килгән халыҡтан башҡа биниһая ял итергә килгәндәр ҙә етерлек бында. Йөк ташыусы кешеләр ҙә күп, улар ҙа аҡса эшләп ҡалырға тырышып, ялға килеүселәр янында урала, әйберҙәрен йәһәт кенә бәләкәй арбаларына һалалар ҙа этеп алып китәләр. Сик аша үткәндә паспортты тикшерәләр, уны уҙғас, тағы ла автобусҡа ултырҙыҡ. Ул беҙҙе Гагра ҡалаһына елдертеп алып та китте. Автобус тәҙрәһенән тирә-яғыма күҙ һалып барам. Бына ҡайҙа ул ысын матурлыҡ донъяһы! Диңгеҙ һәм мәңге йәшел ағастар, тауҙар һәм тынды ҡурырҙай эҫе һауа. Матурлыҡ күрергә теләйһең икән, эҫеһенә генә түҙерһең, тип үҙемде йыуатып ултырам эстән генә.
Гагра урамынан үткәндә бер туҡталышта төшөп ҡалдыҡ. Лавр япраҡлы ҡыуаҡтар эргәһенән тау үрендәрәк урынлашҡан өйгә йүнәләбеҙ. Бында Артурҙың ата-әсәһе йәшәй икән, мин, алдан килешкәнсә, ошо йортта ҡунаҡларға тейеш булып сығам. Имен-аман килеп етеүемә ҡыуанып, яңы танышыма рәхмәттәр күндерҙем. Ят урында тәүҙәрәк нисектер уңайһыҙланыу кисерһәм дә, тора-бара күнегелеп тә кителде. Үҙең йәшәгән ерҙән айырылып, икенсе мөхиткә юлығыуың тәүҙә юҡһындырғыс тойғоларға тарыта, тирә-яғыңда таныш йөҙҙәр, таныш тауыштар ишетелмәгәс, ҡыйыныраҡ булып тора, әммә нисек булмаһын, мин Гаграла, үҙем күрергә хыялланған Абхазияла йөрөп ятам, сикһеҙ бәхетле минуттар кисерәм...
Гагра урамының бер яғында – бейек-бейек тауҙар, икенсе яғында – йорттар һәм йымылдап ятҡан зәп-зәңгәр диңгеҙ. Һис арттырыу юҡ, ысындан да шулай. Иртәнсәк уның янына килеп торһаң, йод еҫе аңҡып тора, еҫе танауға бәрелә, ә һауаһы... Уны аңлатып булмай, уны һулайһың ғына... Диңгеҙ эргәһе эреле-ваҡлы төрлө таштар менән тулған. Ә арыраҡ уның ярында эвкалипт ағастары тирә-яҡҡа һиллек биреп ултыра, кешеләргә күләгәһендә ифрат та рәхәт, һалҡынса ғына еләҫлек бирә. Һауа температураһы бында 30 градустан да артып китә. Урамға сыҡһаң, ялҡынлы эҫелек биткә яғылып өлгөрә, шуға күрә диңгеҙҙә ҡыҙынырға сәғәт ун берҙәргә тиклем мөмкин, тиҙәр, унан инде дүрттәргә тиклем эҫелек иң юғары нөктәһенә күтәрелә, һуңыраҡ биш-алтыларҙан башлап 8 – 9-ҙарға тиклем тағы ла ҡояш нурҙарында ятырға мөмкин. Әммә уның нурының да кешегә зыян килтереүе бик ихтимал, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа магнит ҡойондары көсәйгән мәлдәрҙә...
Бер нимәгә ҡарамай, олоһо ла, кесеһе лә йәйҙең иң йәмле, йылы көндәрендә ялдарын файҙалы итеп, күңелле үткәрергә ниәтләнеп килгән: ана, бала-саға сыр-сыу килеп ярға яҡын ғына урында супырлаша, йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар алыҫҡараҡ йөҙөп китә, баштары ғына бер ҡалҡып, бер юғалып ҡала...
Тын ҡурырлыҡ эҫенең саҡ ҡына һүрелеүен көтөп, яр буйында ултырам. Ҡапыл сырт-сырт иткән тауышҡа әйләнеп ҡараһам, эвкалипт үҙенең ҡайырын һыҙырып төшөрә икән, ә был урын ап-аҡ булып ҡалған. Аҙаҡ эвкалипттың был төрөнөң оятһыҙ эвкалипт тип аталғанын белдем. Яр буйындағы эреле-ваҡлы кафелар янында ҙур-ҙур япраҡтарын йәйеп, пальмалар маһайып ултыра, был ағастар бөтә урамға байрамса төҫ биргән кеүек.
Ҡара йәшел төҫтәге ҙур йылтыр япраҡлы магнолияның сәскәлә ултырған мәлен күрергә насип булды. Үҫемлектәрҙең, ағастарҙың ниндәй генә төрө үҫмәй бында! Хуш еҫле сәскәләренә иҫем китеп ҡарап торғанымды ла онотманым әле, оноторлоҡ түгел, тыуған яҡтарға ҡайтҡандан һуң да әллә күпме ваҡыт күҙ алдынан китмәй ыҙалатасаҡ әле шул күренештәр...
Мин торған йорттоң хужалары – ирле-ҡатынлы әрмәндәр. Йорт хужаһы – һөнәре буйынса агроном. Хужабикә Сильва Ованесовна – педагог, икеһе лә күптән инде хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, эшләп йөрөйҙәр. Ҡатыны – балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә ире – «Энергетик» шифаханаһында агроном. Йорт хужаһының үҙ һөнәрен шул тиклем ныҡ яратыуын уның өй алдында үҫтергән емеш-еләктәренә ҡарап ҡына ла белергә мөмкин. Тимер сымдар менән тоташтырылып ҡуйылған ишек алды үҙе тотош бер баҡсаға әүерелгән, түбәнән аҫылынып виноград, киви үҫә. Авокадо тигән емеш өй артындағы баҡсаларында икән, уныһын мин күрмәнем. Баҡсала тағы ла беҙҙең ҡара миләшкә оҡшаған лавросейә тигән емештәре лә бар. Йорт хужаһының ошо емештән ҡайнатма яһағанын да күрҙем. Был эште үҙе ял иткән көндө – йәкшәмбелә башҡарҙы. Тәмләп ҡарағайным, беҙҙең ҡара миләш тәме килә. Ғәжәп уңған, тырыш кеше ул өй хужаһы. Бәләкәй генә пальма үҫемлектәрен дә үрсетеп ебәргән, уңайы тура килгәндә, уларын да һатыуға сығара (баҙарға алып бара). Өй алдындағы үҫемлектәренә иртүк тороп һыу һибә, тәрбиәләй, шунан һуң эшкә китә. Әйткәндәй, эшендә лә, шифаханала ла үҫемлектәр менән булыша. Өйгә ҡайтҡас, кисен тағы ла һыу һибеү, йомшартыу эштәре көтөп тора уны. Бына инде ысын мәғәнәһендә үҫемлектәргә, тәбиғәткә ғашиҡ йән, етмеш йәшенә яҡынлашып килгән кеше яратҡан шөғөлө, һөнәре менән ҡәнәғәт...