-25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 17:52
Өсмөйөшлө хат
Беҙ, XXI быуат балалары, хәҙер СМС ебәреп кенә аралашабыҙ. Ә элегерәк атай-әсәйем туғандары, дуҫтары менән хаттар яҙышҡан. Шулай үҙ-ара бәйләнеш тотҡандар, хәл-әхүәл һорашҡандар.
Мин дә бер көндө Өфөлә йәшәүсе Айһылыу апайыма хат яҙҙым да конвертҡа һалып ебәрҙем. Әле бына уның яуабын бик тулҡынланып көтәм.
Ә һуғыш осоронда хаттар бөтөнләй башҡа төрлө – өсмөйөшлө булған. Ғәни олатайым фронттан шундай хаттар ебәргән. Зәкиә ҡартәсәй бар нәмәне бөртөкләп яҙып, яуап ебәргән. Уның бер хаты адресатын тапмай, кире ҡайтҡан. Ҡартәсәй бик хафаланған, тик бирешмәгән. Уның хатына «ҡара ҡағыҙ» һалып ебәрмәгәндәр бит, тимәк, иҫән, тип уйлап, үҙен тынысландырған. Ул ваҡытта Ғәни олатайым бик ҡаты яраланып, госпиталдә ятҡан булған. 9 ай дауаланғандан һуң ғына тыуған яғына ҡайтҡан. Аҙаҡ та контузиянан һуң һөйләшә алмаған олатай менән 19 йыл яҙышып аңлашҡандар.
Зәкиә ҡартәсәйемдең һарғайып бөткән ғәрәп телендәге хатын улы Даим 75 йыл ҡәҙерләп һаҡлай. Олатайым уны миңә лә күрһәтте. Ҡулыма өсмөйөшлө хатты алғас, зарығып ирен һуғыштан көткән ҡартәсәйемде нығыраҡ аңлағандай булдым. Үҙен ныҡ йәлләнем дә.
Ландыш РАМАҘАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән