-3 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 17:06
Рауил Бикбаев ижадына арнап
Башҡортостан! Таштар сәскә атаТаңғы елдәреңдең наҙынан.Күгеңдәге һанһыҙ йондоҙ кеүек,Ҡатламдарың тулы хазина.
Байрам бит ул – һауаларың һулап,
Һуҡмағыңдан тик бер үтеүҙәр.
Ниндәй бәхет, ниндәй сикһеҙ бәхет –
Ошо ерҙә тыуып үҫеүҙәр!
Ошондай йөрәккә үтеп инерлек һүҙҙәр менән асылды кисәбеҙ. Уны Башҡорт теле йылы уңайынан Талбазы үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Мөнир ҡыҙы Әхмәтйәнова менән Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Зәлиловалар ойошторҙо. Бында килеүсе VI «Б» синыфы уҡыусылары халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижады менән танышты. Алып барыусылар Башҡортостандың гимнын да тыңларға тәҡдим итте, сөнки уның һүҙҙәрен бөйөк шағирыбыҙ яҙған бит!
Кисәлә Рауил Бикбаев шиғриәтендә халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелеүе, заман, ил, халыҡ, тәбиғәт, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ барҙы. «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһы, «Башҡортостан бында башлана», «Тауҙар», «Бөрйән ҡарағайҙары» кеүек шиғырҙары уҡылды.
Рауил Бикбаев – күренекле әҙәбиәт ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бер нисә орден-миҙалдар кавалеры булыуын да иҫкә төшөрөп үттеләр. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн Рауил Бикбаевтың китаптарынан күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар осрашыуҙан дәрт-дарман, илһам алып, был кисәне ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен әйтеп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, күңелдәре булып таралышты.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы,
Талбазы лицейы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...