-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 21:55

Күңелле каникул көндәре

Уҡыусыларҙың көҙгө каникулы быйыл иртәрәк башланды. Тимәк, күберәк ял итәһегеҙ инде. Тик үҙегеҙҙе һаҡлап ҡына йөрөгөҙ. Каникулығыҙҙа ишек алдында саф һауала күберәк йөрөргә тырышығыҙ, өйҙә ярҙамлашып та атай-әсәй­ҙәрегеҙҙе ҡыуандырығыҙ.

Ана, Ғафури районы Крас­ноусолдағы Нияз Мәжи­тов исемендәге башҡорт интернат-гимназияһының III «Б» синыфы уҡыусыларынан өлгө алығыҙ. Бәләкәй булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, яҡын­дарының ҙур ярҙамсылары улар. Уҡытыусылары Айгөл Фәрит ҡыҙы Ғәлләмова һәм тәрбиәселәре Айгөл Марс ҡыҙы Рәхимова ла үҙҙәрен маҡтап бөтә алмай.

– Әсәйемә салат эшләргә ярҙамлашам. Атайым менән баҡса таҙартабыҙ, утын да ташыйым, – ти Ынйы Ваһапова.

Диана Кәлимуллина өләсәһе менән ҡоймаҡ ҡойор­ға бик ярата.

– Каникулды файҙалы итеп үткәрергә кәрәк, – ти уңған ҡыҙ.

Айгиз Бикбулатов каникулда һеңлеһе Айсель менән тутыйғоштарын ҡарай, бергәләп китап уҡыйҙар, көҙгө япраҡтарҙы йыйып, гербарий эшләп тә ҡуйғандар. Азалиә Ғәлимова күп ваҡытын ҡул эштәренә, һүрәт төшөрөүгә бүлә. Үҙе уйлап төрлө әйберҙәр ҙә яһай. Азалиә Иҙрисова бүлмә гөлдәрен ҡарарға әүәҫ. Инсаф Исмәғилев уҡырға бик ярата, ял ваҡытында төрлө китаптар уҡып ҡалырға теләй.

– Апайым менән тышта ла уйнайбыҙ. Китаптарҙы ла күп уҡырға тырышасаҡмын, – ти Самира Шәмсетдинова ла.

Динара Юнысова уҡыу йылын тик «бишле»гә генә тамамлаған. Өйҙә ата-әсәһенә туғанын ҡарарға ярҙамлаша.

Әле каникулдың башы ғына. Ҡалған ял көндәрен дә файҙалы итеп үткәрергә яҙһын һеҙгә, балалар!
Читайте нас: