Тимерхан олатайым 1906 йылдың 6 сентябрендә Тәтешле районының Гәрәбаш ауылында тыуған. Ул революция осорон, егерме беренсе аслыҡ йылдарын, туғандарының репрессия ҡорбаны булғанын да күрә. 1941 йылдың октябрь айында һуғышҡа саҡырыу ҡағыҙы килә. Ҡатынын, береһенән-береһе бәләкәс өс балаһын, ҡарт әсәһен ҡалдырып, фронтҡа китә. Олатайым элемтә эксплуатациялау батальонының 15-се отрядында хужалыҡ взводында уҡсы-элемтәсе була. Һуңынан ул яуҙаштары менән фронт өсөн хужалыҡ әйберҙәре ташыған.
Бер ваҡыт шулай эҫе йәй көнөндә медицина кәрәк-яраҡтары алырға ебәрәләр. Бер нисә көн вагонды һаҡлайҙар, тиҙ генә кире отрядҡа ҡайта алмай, немецтарҙан ҡасып ятырға тура килә. Ошо ваҡытта ҡулы яралана. Көн шул хәтлем эҫе була, эсергә һыуҙары бөтә. Отрядта уларҙы әсиргә төшкәндәр йә үлгәндәр, тип уйлағандар. Юҡ, бер ни ҙә булмай, олатайымдар мөһим заданиены үтәй.
Һуғыш булғас, төрлө хәлдәргә тарыйһың. Бер мәл ашарҙарына бөтә, булғаны килеп етмәй. Ауыл кешеһе булғас, олатайым аптырап тормай. Үлгән атты эшкәртеп, бешереп, отрядтың тамағын туйҙыра.
Олатайым Ленинград блокадаһын өҙөүҙә лә ҡатнаша. Бының өсөн 1943 йылда «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Улар ҡалаға Финляндия боҙ юлы аша сығалар. Ҡышҡы һыуыҡта машина өҫтөндә бик оҙаҡ барғанлыҡтан, бик күптәрҙең аяҡ-ҡулдары туңып, йөрөмәҫ хәлгә килә. Олатайым бирешмәгән. Һуғышта бик күп илдәрҙе, ерҙәрҙе азат итеүҙә ҡатнаша. Уға Эстония, Латвия, Литва, Польша, Австрия илдәрен күрергә насип була. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай.
Ә 1945 йылдың июнендә уларҙы Маньчжурияға көнсығышҡа һуғышҡа ебәрәләр. Яңауыл станцияһында биш минут туҡтап торалар. Алдан хат менән эшелондарының ошо станция аша үтәсәге тураһында ғаиләһенә хәбәр ебәрә. Сабира өләсәй нисек етте, шулай 60 саҡрым араны үтеп, осрашыуға килә. Тик биш минутҡа һуңға ҡалып, улын күрергә өлгөрмәй, эшелон ҡуҙғалып китә. 1946 йылдың февралендә олатайым демобилизацияланып, тыуған ауылына ҡайта.
Һуғыштан һуң колхозда эшләй. Уның хеҙмәт кенәгәһендә 56 йыл эш стажы барлығы билдәле. 1970 йылда «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Өләсәйем менән 44 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итәләр. Алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең әсәйем өләсәйҙе күреп белмәй. Ул 1978 йылда 63 йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була.
Тимерхан олатай тәбиғәтте бик яратҡан. «Һәр йылды яҙ еткәс, күрше-тирә балаларын йыйып, урманға шишмә таҙартырға йөрөй инек», – ти әсәйем. Ул һәр шишмәнең исем-атамаһының килеп сығыу тарихын, үләндәрҙең ниндәй ауырыуҙарҙан дауа икәнлеген белгән. Урман-ҡырға сыҡҡан ваҡытта үҙе менән кеҫәһендә ҡырмыҫҡаларға шәкәр ҡомо йөрөтөр булған. «Тәбиғәт беҙҙе ашата, ҡырмыҫҡалар – тәбиғәт һаҡсылары, уларҙы ашатырға, шишмә-күлдәрҙе таҙартырға кәрәк, шул саҡта сауаплы булаһың», – тигән фәһемле һүҙҙәре әсәйемдең әле лә хәтерендә. Олатайыбыҙ оҙон ғүмер кисереп, үҙенең тормош һабаҡтарын ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәтеп, 1994 йылда 88 йәшендә вафат була.
Мин һәм туғандарым яугир олатайыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Уның Тыуған илде һәм ерҙе яратыуы, тоғро булыуы, илебеҙҙең үткәнендә, тарих биттәрендә яҡты эҙ ҡалдырыуы барыбыҙ өсөн өлгө. Илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән яугирҙарҙы, тыл ветерандарын онотмайыҡ. Илемә, халҡыма ҡабат һуғыш низағтары күрергә яҙмаһын.
Ынйы ЗАКИРОВА, йәш хәбәрсе.
Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.