+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 12:38

Башҡорт теле дәресен көтөп ала

– Апай, һеҙҙең үҙегеҙҙе, дәрестәрегеҙҙе һағынып бөтәм, – ти IV синыф уҡыусыһы Илзирә Гәрәева. Исеме есеменә тап килеп тора уның. Үҙе зирәк, тырыш, аҡыллы һәм ярҙамсыл да бит әле! Һәләтле уҡыусым Лилиә һәм Рузил Гәрәевтәрҙең ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Беренсе синыфта уҡыған ҡустыһы Тимурға терәк тә.

«Атайым ҙур кран машинаһында эшләй, әсәйем – хужабикә. Атайым яғынан ҡартәсәйем менән ҡартатайым йәмле Ҡандракүл ауылында йәшәй. Беҙ унда йыш ҡайтабыҙ. Йәйгеһен ауылда ныҡ күңелле. Күлдә һыу инәбеҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Себештәр ҡарашам, өйҙә лә ярҙамлашам. Әсәйемдең әсәһе, Розалиә өләсәйем, Туймазы ҡалаһында йәшәй. Мин уны ла, ҡартәсәйем менән ҡарт­атайымды ла ныҡ яратам.

Өйҙә төрлө телдә аралашабыҙ. Мин тик башҡортса ғына һөйләшергә тырышам, сөнки уны шул тиклем яратам. Шуға ла был фәндән дәрестәрҙе лә көтөп алам», – ти Илзирә. Ысынлап та, ул дәрескә дәртләнеп, күҙҙәре янып килеп инә. Бөхтә уҡыусым һәр яҡлап өлгө – ике йыл рәттән район кимәлендә үткән юбиляр шағирҙарҙың «Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр» исемле шиғыр конкурсында еңеү яуланы. Фәнни-ғәмәли конференцияла ла үҙен һынап ҡарап, уңышҡа өлгәште. Синыфташ әхирәттәре Камилә Зиязетдинова һәм Вика Ғарифовалар менән татыуҙар, китапханаға бергә йөрөйҙәр, дәрескә лә өсәүләп әҙерләнәләр. Телде ярышып өйрәнәләр.

Ошондай уҡыусыларым булыуы, улар­ға белем биреүем менән бәхетлемен! Артабан да уҡыуҙарында уңыштар ғына юлдаш булһын, тип теләйем.


Гөлмирә Бикбулатова, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 6-сы мәктәп.

Читайте нас: