+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 13:10

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Силәбе өлкәһендә

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашлығында төрлө саралар үтә.

3 декабрь 19.00 сәғәттә Силәбе өлкәһе ата-әсәләре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәренең онлайн-осрашыуы башлана. Уның барышында башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары, Силәбе өлкәһенең ата-әсәләр комитетын булдырыу ҡарала, ата-әсәләр менән диалог ойошторола.
4 декабрь 11.00 — Рәсәй Федерацияһы субъекттарының эшҡыуарҙары өсөн «Бизнес-ҡоролтай». Онлайн осрашыуҙа башҡорт бизнесын, башҡорт брендтарын үҫтереү, туристик маршруттар төҙөү мәсьәләләре тикшерелә, «Урал легендалары» этнополисы фильмы презентацияһы үтә, «Яҡут күле» һауыҡтырыу комплексы проекты ҡарала.
15.00 — Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистары менән онлайн- осрашыу. Унда төбәктәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре тураһында һүҙ барасаҡ, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды проекттары менән танышыу уҙасаҡ.
5 декабрь 11.00 сәғәттә — Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе министрлыҡтары, ведомстволар етәкселәре, тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында «Силәбе өлкәһе башҡорттары: тарих һәм хәҙерге осор» онлайн түңәрәк өҫтәле.
Ҡайһы бер доклад темалары: Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмаларының башҡорт мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге; Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу: Силәбе өлкәһендә йәшәүселәрҙең милли составы тураһында уникаль мәғлүмәт; Тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу һәм башҡорт халҡының күренекле шәхестәрен мәңгеләштереү; Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы презентацияһы.
Барлыҡ саралар Zoom платформаһы аша ойошторола.
Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ярҙамында үтә.
Ойоштороусылар:
— «Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһе;
— Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы;
— Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге;
— Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге — Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар йорто филиалы;
— «Башҡорт ойошмалары ассоциацияһы» социаль-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының Силәбе өлкә союзы.
https://kurultai.ru/ba/content/1709-dni-bashkirskoj-kultury-i-prosveshheniya-projdut-v-chelyabinskoj...
Читайте нас: