Ә әкиәт аша ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, телмәр үҫтереү маҡсат итеп ҡуйыла. Ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тәрбиәләү, телде өйрәнеүгә теләк уятыу ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәселәрҙең дә төп бурысы булып тора.
Быйыл балалар баҡсабыҙ 30 баланы мәктәпкә оҙатты. Был һан, бәлки, күп тә булып күренмәйҙер. Әммә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ҙур тәрбиә-уҡытыу эше күрһәткесе. Ошо балаларҙы ике йәштән алып мәктәпкә тиклем еткерҙек. Ҡалаҡ тотоп ашарға, кейенеп-сисенергә, бер-береһе менән аралашырға, дуҫ булырға, дәрестә тыныс ултырырға, дөрөҫ, тулы мәғәнәле итеп яуап бирергә, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға ла өйрәттек.
Мин ошо балалар менән уртансылар төркөмөндә театр түңәрәген дә башлап ебәргәйнем. Башта бик иғтибарһыҙ булһалар ҙа, аҙаҡ бергәләп «Шалҡан» әкиәтен ҡуйғас, бик дәртләнеп киттеләр. Улар менән «Ҡуяндың өйө», «Кәзә бәрәстәре һәм Бүре», «Тирмәкәй», «Түңәрәк икмәк», «Ҡаҙҙар – аҡ ҡоштар»ҙы ла башҡорт телендә сәхнәләштерҙек. Һәр бала үҙ ролен бик теләп башҡарҙы. Театр түңәрәге биш йыл эшләү осоронда беҙҙең Лилиә Ғәбитова «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында төрлө дипломдарға, грамоталарға лайыҡ булды. Шулай уҡ Карнелия Айбашева, Сыңғыҙ Хисмәтуллин, Айгөл Фәйзрахманова, Юлиә Рәхимғолова һәм ошо «Йондоҙсоҡтар» төркөмө республика методик берекмәһенә килгән тәрбиәселәр алдында асыҡ дәрестәр күрһәтеп, балалар баҡсаһының данын күтәрҙе.
Беҙҙең һәр бер башланғыстың башында мөдиребеҙ Земфира Рәшит ҡыҙы Хәсәнова һәм өлкән тәрбиәсе-методист Әлмира Фәрит ҡыҙы Шәмсетдинова тора. Уларға ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ҡанатландырып, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр.
Беҙ, тәрбиәселәр, балаларҙы мәктәпкә әҙерләп кенә ҡалмайбыҙ, уларҙы үҙ-үҙенә ышанған, төрлө хәлдәрҙән дә дөрөҫ сыға белгән, Башҡортостаныбыҙ менән ғорурланған шәхес итеп тәрбиәләп сығарырға тырышабыҙ.
152-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.