+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 15:29

Хәрби дан музейында булдыҡ

Быйылғы уҡыу йылы шайморатовсылар синыфы уҡыусылары хәтерендә ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр. Октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Милли музейына сәфәр ҡылһалар, әле бына улар республика Хәрби Дан музейына экскурсияға барҙы. Рәсәй Геройы, генерал-майор Шайморатов исеменә тап төшөрмәҫкә ант биргән үҫмерҙәр Ватаныбыҙҙың тарихын төплө өйрәнергә, ысын илһөйәр булып үҫергә бурыслы. Ошо юҫыҡта уҡыусылар менән күп эштәр башҡарыла.

Республика Хәрби Дан музейында «Ҡәләм һәм штык менән» тип исемләнгән кисә уҙғарылғайны. Уны музейҙың ғилми хеҙмәткәре Әнисә Исхаҡ ҡыҙы Миңләхмәтова ойошторҙо.

Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының рәйесе, прозаик һәм драматург Низам Ҡәрип: «Кәрәк булһа, пероны штыкка алыштырырға ла әҙербеҙ», – тип яҙған. Икенсе бер әҙип – шағир Бәҙрүш Моҡамай: «Бөгөн илгә йөрәгемде бир­ҙем, кәрәк булһа, ғүмеремде бирермен», – тип белдергән.

Һәм бына ошо ант һүҙҙә­рен бойомға ашырыр көн етә. Бөйөк Ватан һуғышы, бер яҡтан, илебеҙҙең көс-ҡеүә­те­нә, халыҡтар берҙәмлеге­нә, икенсе яҡтан, әҙәбиәтебеҙҙең һу­ғышсанлығына, яҙыусыларыбыҙҙың Ватанға тоғролоғона ла һынау була ул. Һуғыштың тәүге көнөнән үк әҙип һүҙе, шағир йыры илде яуыз дошмандан һаҡларға өндәгән көслө оран булып яңғырай.

Яҙыусыларҙың күбеһе оло яуҙың тәүге көндәренән үк үҙҙәре теләп яуға китә. Был ҡәһәрле һуғышта республикабыҙҙың илленән ашыу әҙибе ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн яу ҡырында батыр­ҙарса һәләк була. Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Али Карнай, Мәлих Харис, Низам Ҡәрип, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Баязит Дим, Бәҙрүш Моҡамай, Маз­һар Абдуллин, Төхвәт Морат, Сыңғыҙ Ханов, Ғайса Йосопов, шулай уҡ тиҫтәләгән талантлы йәштәр үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Улар­ҙың ярты юлда бүленеп ҡал­ған йырҙары ла, килер быуындарға өлгө булыр­ҙай героик ғүмерҙәре лә һаман онотолмай.

Әнисә Миңләхмәтова уҡыу­сыларҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмаған әҙиптәр – Бәҙрүш Моҡамай, Мәлих Харис һәм Али Карнай­ҙың тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. Ҡулдары­на ҡорал тотоп, дошманға ҡаршы яуға киткән был яҙыу­сылар үҙҙәренең шиғырҙа­ры менән яуҙаштарына еңеүгә ышаныс, көрәшкә дәрт өҫтәй. Ялҡынлы шиғри юлдар Ватанды һаҡлаусыларҙы батырлыҡҡа, дошманды ҡый­ратыр­ға, Тыуған илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итергә өндәүсе лозунгҡа әйләнә.

Артабан Әнисә Исхаҡ ҡыҙы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яҙыусыларыбыҙҙың тормош юлдарына, әҫәрҙәренә байҡау яһаны. Ул Мос­тай Кәрим ижадының иҫ киткес бай булыуын билдәләп үтте. «Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби хеҙмәте лә, һуғыштан һуңғы тыныс тормоштағы ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге лә Ватаныбыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыл­ған», – тине ул. Ә Ҡадир Даян – VII «Г» малай­ҙарына таныш шағир, сөнки иң яратҡан йырҙары «Шайморатов генерал»дың һүҙҙәрен яҙған. Әнисә Миңләхмәтованың Ҡадир Даяндың ижады, тормош юлы, һуғыш ветераны булыуы тураһында һөйләүе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Әңгәмә тамамланғас, уҡыу­сыларға экскурсия ойошторолдо. Улар Хәрби Дан музейында урын алған һәр бер экспонатты иғтибар менән ҡараны, ҡайһы берҙәре шунда уҡ видеоға төшөрөп, ата-әсәләренә ебәрҙе.

Яугир шағирҙарҙың һәр бер әҫәре беҙгә васыят булып ҡал­һын. Илебеҙҙең, тимәк, һәр беребеҙҙең яҡты киләсәге өсөн яуҙа ҡатнашҡан, үҙ ғүмерен биргән бар яугир­ҙар алдында баш эйәйек, бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн мәңге рәхмәтле булайыҡ! Улар­ҙың батырлығы бер ҡасан да онотолмаһын!

Беҙ, шайморатовсылар, бай йөкмәткеле батырлыҡ дәресе үткәргән музей ғил­ми хеҙмәткәре Әнисә Исхаҡ ҡыҙына, был сараны ойоштороуға булышлыҡ иткән Хәрби Дан музейы директо­ры Илшат Үтәевкә, гимназиябыҙ директоры Илнур Сәлиховҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Рим ҒӘББӘСОВ,

шайморатовсылар синыфы тәрбиәсеһе.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге

1-cе республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: