Телгә оҫталар байтаҡ булып сыҡты. Еңеүсене иһә тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса билдәләнеләр. Ул Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөндә бер аҙна барҙы.
1 мең тауыш йыйып, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Ирхан, Наҙгөл, Ихсан Үтәбаевтар I урын яуланы. Уларға 3 мең һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ.
Икенсе урында - Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм Баймаҡ районынан Алһыу Рафиҡова. Уларға - икешәр меңлек сертификат. Баймаҡ районынан Ынйы Әпсәләмова, Өфөнән Асель Баҙранова һәм Сибайҙан Арсен Латипов III урынға сығып, 1 мең 500 һумлыҡ сертификат аласаҡ.