+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балалыҡ илендә

 "Өфөлә был фестивалде үткәреү Башҡортостан Республикаһында балалар тауарҙары индустрияһына булышлыҡ итеү буйынса ҙур эш алып барылыуы тураһында һөйләй. Төрлө предприятиеларҙың илебеҙ тарихы геройҙарын һүрәтләүсе уйындар һәм уйынсыҡтар сығарырға ынтылыуының мөһимлеген билдәләп үтергә кәрәк." (Валентина Матвиенко.)  

Балалыҡ илендә
Балалыҡ илендә

 Бөгөн Совет майҙаны балалыҡ иленә әүерелде. Уйынсыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ?! Ә үҙебеҙҙең йәнһүрәт геройҙары һуң? "Әйҙә уйнарға!" I Бөтә Рәсәй уйын фестивале Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән һәм Федерация советы ярҙамында ойошторолдо. 

- Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн Совет майҙанында "Әйҙә уйнарға!" фестивале башлана. Әлбиттә, иң тәүҙә атай-әсәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре менән килгән балаларҙы сәләмләйем. Сөнки фестиваль иң беренсе сиратта улар өсөн ойошторолған. Ғөмүмән, был - бик етди фестиваль, сөнки беҙ балаларыбыҙҙың ниндәй уйынсыҡтар менән уйнауы тураһында уйланырға тейешбеҙ. Улар сифатлы, ҡыҙыҡлы, аңлайышлы булырға тейеш. Бында һәр кем үҙенә оҡшаған уйынсыҡты табыр, тип уйлайым. Әйҙә, уйнарға! - тине фестивалде асыу тантанаһында республика етәксеһе.

Сараға яҡташыбыҙ, Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты етәксеһе Лилиә Ғүмәрова ла килгәйне. Ул Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. "Өфөлә был фестивалде үткәреү Башҡортостан Республикаһында балалар тауарҙары индустрияһына булышлыҡ итеү буйынса ҙур эш алып барылыуы тураһында һөйләй. Төрлө предприятиеларҙың илебеҙ тарихы геройҙарын һүрәтләүсе уйындар һәм уйынсыҡтар сығарырға ынтылыуының мөһимлеген билдәләп үтергә кәрәк", - тиелә унда. 

"Әйҙә уйнарға!" 17 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Балаларға ғына түгел, атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә лә ҡыҙыҡлы унда. Үҙебеҙҙең яратҡан йәнһүрәт геройҙарын күрергә, көн һайын спектакль, концерттар ҡарарға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. 

Совет майҙаны ысынлап та ҙур бала саҡ илен хәтерләтә. Ана, бер малай: "Ооо, Крокодил Гена, сәләм!" - тип ихласлап ҡулын һона, икенсе берәүҙәр "Ну, погоди"лағы Бүре, Ҡуян менән фотоға төшөргә ашыға. Килегеҙ, дуҫтар, фестиваль һеҙҙе көтә.

Автор фотолары. 

 

Балалыҡ илендә
Балалыҡ илендә
Балалыҡ илендә
Балалыҡ илендә
Балалыҡ илендә
Балалыҡ илендә
Балалыҡ илендә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: