+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Элвин Грей нисә йәшкә тиклем уйнаған?

Билдәле йырсы Элвин Грейҙың (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың) иң яратҡан уйынсығы юла булған. Был хаҡта ул "Әйҙә уйнарға" ("Айда играть") Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестиваленә килгән саҡта һөйләне.

Элвин Грей нисә йәшкә тиклем уйнаған?
Элвин Грей нисә йәшкә тиклем уйнаған?

– 12 йәшемдә мин компьютер уйындарын тулыһынса юйып ташланым һәм бары тик музыка менән шөғөлләнәсәкмен тигән ҡарарға килдем. Шул ваҡыттан алып әлегә тиклем компьютерымда бер уйын да юҡ, унда бары музыкаль программалар һәм тауыштар ғына һаҡлана, – тине йырсы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн, 14 сентябрҙә, Өфөлә «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале асылды. Ул 17 сентябргә тиклем дауам итә. Фестивалдең программаһы менән танышығыҙ: https://айдаиграть.дети/.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: