+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Конкурстың икенсе өлөшө башлана

Ҡәҙерле уҡыусылар! Алдан хәбәр итеүебеҙсә, мартта "Уҡытыусы. Остаз" конкурсына мәғариф өлкәһендә эшләгән гүзәл заттар тураһында материалдар ҡабул итәбеҙ. 

Конкурстың икенсе өлөшө башлана
Конкурстың икенсе өлөшө башлана

Беҙгә үҙ эшен һәм  балаларҙы яратҡан, киң эрудициялы, дәресен мауыҡтырғыс итеп үткәргән алдынғы  уҡытыусылар, түңәрәк етәкселәре, остаздарығыҙ тураһында яҙып ебәрегеҙ. Яратҡан педагогығыҙ тураһында мәғлүмәтте һәм уның фотоһын #уҡытыусыостазйәншишмә тигән хэштег ҡуйып, "Уҡытыусы.Остаз" конкурсына тип яҙып, «Йәншишмә» гәзитенең «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнә vk.com›club45440006  йәки электрон адресына - [email protected] ебәрегеҙ.  Бер минутлыҡ ҡына видео һәм мәғлүмәт булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Яратҡан педагогтарығыҙ тураһындағы матур яҙмалар гәзиттең сайтында, «Бәйләнештә», «Синыфташтар» социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә һәм «Йәншишмә» биттәрендә донъя күрәсәк.

Баһалама ағзалары еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Еңеүсе авторҙар – редакцияның Почёт грамоталары, геройҙары иһә Рәхмәт хаттары менән  бүләкләнәсәк.

Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: