0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Декабрь 2017, 16:18

Ҡышты грипп та ярата

Ниһайәт, ҡыштың ҡарын да көтөп алдыҡ. Рәхәтләнеп Ҡар бабай эшләргә, сана шыуырға була хәҙер. Әммә, баҡһаң, ҡарҙы һәм һыуыҡты беҙҙән башҡа ла яратыусылар күп икән: мәҫәлән, грипп! Бына шулай. Тимәк, сирҙе булдырмау ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда еңелерәк, тигән һүҙҙәрҙән сығып, һәр ваҡыттағыса, һаҡланыуҙы уйларға кәрәк. Сирләп ҡуймағыҙ. Гриптың өҙлөгөүҙәргә килтереүе бар, быйыл бигерәк тә пневмония менән янай, тиҙәр. Әйткәндәй, күптәребеҙ прививкаларҙы яратмай, әммә был процедура нәҡ өҙлөгөүҙәрҙән һаҡланыу өсөн эшләнә, ти табиптар.

Нисек һыуыҡ тейҙермәҫкә, сир йоҡтормаҫҡа һуң? Иң мөһиме – инфекцияға кәртә ҡуйыу. Танау ҡыуышлығына инергә ирек бирмәҫкә кәрәк, сөнки унан ҡанға һәм бөтә органдарға тарала. Оксолин майы, интерферон, һис юғы, крем һөртөргә мөмкин. Бик файҙаһы булмаһа ла, һеҙ яратып атай-әсәйҙәрегеҙҙән алдырып ашаған киндер-сюрприздың уйынсыҡ һалынған һауыты ла кәрәгеп ҡуя: эсенә һарымһаҡ йә һуғанды турап һалып, муйынға аҫып йөрөргә була. Улар­ҙағы эфир майҙары вирусҡа ҡаршы бик һәйбәт тәьҫир итә икән.

Урамдан ингәс, ҡулығыҙҙы һабынлап йыуыу, моғайын, ғәҙәтегеҙгә ингәндер инде. Мәктәптә ауырыусылар күбәйһә, карантин иғлан ителә. Бер сөскөрөүҙә 10 метр диаметрҙағы кешеләргә сир йоҡторорға мөмкин. Шуға маска кейергә кәрәк, әммә уны күпмелер ваҡыттан һуң алмаштырмаһаң, үҙе үк инфекция сығанағына әйләнә.

С витамины күп булған ризыҡтарҙы ашағыҙ. Һарымһаҡ, һуған, имбир, балдан өҙөлмәгеҙ. Йылы кейенеп йөрөгөҙ, өшөмәгеҙ!

Грипты һыуыҡ тейҙереп ауырыуҙан айырыуы ябай кешеләргә еңел түгел. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән йыл әйләнәһенә ауырыйҙар, ә гриптың үҙ миҙгеле бар – ҡыш. Был ҡур­ҡыныс сир ныҡ итеп баш, күҙ алмалары ауыртыу, бөтә тән, һөйәктәр, быуындар һыҙлау, өшөп ҡалтыраныу, температураның юғары күтәрелеүе менән башлана. Күҙҙән йәш ҡойолоу, уларҙың ҡыҙарыуы ла – грипп билдәһе. Ҡоро йүткереү иһә 2 – 3 көндән генә башлана. Шулай уҡ яҡтыға ҡарай алмау күҙәтелә.

Ә һыуыҡ тейҙерһәң, танауҙан шыйыҡса аға, сөскөртә, тамаҡ ҡысый, ауырта, температура 38 градус тирәһе була. Сирләп китеп, тән температураһы 38-ҙән артһа, табип саҡырырға йә үҙеңә поликлиникаға, медпунктҡа барырға кәрәк. Һинең нимә менән ауырығанды аҡ халатлылар ғына дөрөҫ билдәләр һәм дауалар. Киҙеү тейгәндә ятып торорға, күберәк ҡайнатма менән йылы сәй йәки компот, морс эсергә кәңәш ителә. Үҙ белдегең менән антибиотик ашай башларға ярамай. Табиптар грипп диагнозын бик ҡуймайҙар, сөнки уға оҡшаш инфекциялар ҙа бар һәм махсус анализдар бирмәйенсә сирҙе асыҡлап булмай.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтар!

Э. РӘШИТОВА.
Читайте нас: