-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
2 Декабрь 2019, 17:45

Һаҡ булығыҙ: боҙ йоҡа әле.

Синоптиктар декабрҙә йылы көндәрҙең күп буласағын вәғәҙә итә.

Тимәк һаҡ булырға кәрәк. Көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла ышан, тигән әйтем бындай һауа торошонда бер ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй.
Йыл һайын йылға-күлдәрҙе боҙ ҡаплай башлау менән балалар унда уйнарға ашыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йоҡа боҙ ватылып, һыуға төшөп һәләк булыусылар ҙа бар. Шуның өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты билдәләүенсә, ҡалынлығы 10 – 12 сантиметрҙан да кәм булмаған боҙ кеше өсөн хәүефһеҙ тип һанала. Уның ныҡлығын билдәләйем тип, һикереп, аяҡ менән ныҡ итеп туҡылдатып ҡарау – хата.
Атай-әсәйҙәр балаларын үҙҙәрен генә уйнарға сығармаһын ине. Һаҡ булығыҙ, дуҫтар, бәлә аяҡ аҫтында, онотмайыҡ.
Читайте нас: