+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
16 Декабрь 2019, 18:05

12 йәштә һәләк булған

Иглин районының Таутөмән ауылында янғында 12 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Ғаилә вагонда йәшәгән булған, уныһы мейескә ут яғып йылытылған. Ниңә вагондамы? Быға тиклем өйҙәре янғас, уларға ошонда йәшәргә тәҡдим иткәндәр... Янғын сыҡҡанда ҡыҙ бала бер үҙе генә булған, уға еҫ тейгән, тиҙәр.
Хәҙерге заманда ла ғаиләнең вагонда йәшәүе башҡа һыймай. Әле ауыл советында ошондай бәхетһеҙ осраҡтар килеп сыҡҡанда ғаиләләрҙе ваҡытлыса булһа ла урынлаштырып тороу өсөн элекке санэпидимстанция бинаһын әҙерләргә уйлайҙар икән. 12 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере йәл. Алла һаҡлаһын, кешеләр үҙҙәре лә һаҡ булһын ине.
Читайте нас: