-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
23 Ғинуар 2020, 15:15

Путин «үлем төркөмдөре» тураһында

Рәсәй Президенты Владимир Путин Липецк өлкәһендә йәмәғәтселек менән осрашыу ваҡытында социаль селтәрҙәрҙә «үлем төркөмдәре»н булдырыусыларҙы «әшәкеләр, боҙоҡтар», тип атаны.

Был турала тәүге тапҡыр ишеткәс, шундай ҙа кешеләр булыуына ышанманым, тип белдерҙе ул.
Был мәсьәләне осрашыуҙа ҡатнашыусы берәүҙең тормош хәүефһеҙлеге дәрестәренең бөтә синыф уҡыусыларына ла индерелмәүе тураһындағы мәсьәләне күтәрә. Путин был турала мотлаҡ илдең яңы мәғариф министры Сергей Кравцов менән һөйләшәсәген әйтте. Шулай уҡ өлкән синыф уҡыусыларын да, кескәйҙәрҙе лә хәүефле төркөмдәрҙән һаҡларға, тик дәреслектәр, методик ҡулланмалар ярҙамында эшләргә кәрәклеген белдерҙе.
Билдәле булыуынса, 2017 йылда «үлем төркөмдәре» менән Роскомнадзор һәм полиция шөғөлләнә башланы. Балаларҙы был төркөмдәргә йәлеп итеүселәргә ҡаршы ҡанун ҡабул ителде.
Читайте нас: