+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
3 Март 2020, 16:37

Һаҡ булығыҙ: тағы бер хәүефле уйын

Үҫмерҙәргә ҡаршы нимә лә булһа сығып ҡына тора.

Тағы «Аяҡ салыу», «һикереп алайыҡ» тип йөрөтөлгән бик аяуһыҙ уйын бөтә донъяға таралған, тиҙәр. Өс кеше бер рәткә теҙелеп баҫа ла алмашлап һикерәләр. Уртала торғаны һикергән ваҡытта ситтәгеләре уға аяҡ сала. Әлбиттә, былайтып арҡаңа йығылып, башыңды ярырға йәки умыртҡа һөйәген имгәтергә мөмкин. Шулай йәрәхәтләнеүселәр, хатта үлеүселәр бар, тип иҫкәртәләр.
Был насар уйын тураһында белеп тороғоҙ: берәйһе тәҡдим итһә, уйнауҙан баш тартығыҙ.
Читайте нас: