Өй янынан үтеп барған бер ир-егет бәләне күреп ҡалып, 2015 йылда тыуған баланы ҡотҡарған. Уны район дауаханаһына һалғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр йорт эсендә тағы бер 2017 йылғы сабыйҙы таба. Ниңә бәләкәстәр өйҙә үҙҙәре генә ҡалған булғандыр инде? Уныһын һәм ут сығыу сәбәптәрен тәфтиш-оператив төркөмө асыҡлар.