Ошо аҙна башында Байкал аръяғы крайындағы бер районда ағын һыулы Онон йылғаһында 15 йәшлек ҡыҙ һыу ингәндә өйрөлтмәккә эләгеп бата башлай. Уны ҡотҡарырға туғандары һәм яҡындағы балыҡсылар ашыға. Ҡотҡаралар-ҡотҡарыуын, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярҙам итеүселәрҙең дүртеһе батып үлә. Яңыраҡ Өфөлә лә шуға оҡшаш хәл булғайны: баланы ҡотҡарыусы егет үҙе батҡайны.
Нилектән шулай килеп сыҡҡандыр? Әйтеп булмай.
Йәйгеһен рәхәтләнеп йөҙгө килә, әммә билдәһеҙ, һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарға барырға ярамай. Балалар, кескәйҙәр ата-әсәнең, өлкәндәрҙең күҙ уңынан ысҡындырылмаһын ине. Һеҙ һыуҙа булғанда - улар ҙа һыуҙа, ярҙа икәнһегегеҙ ярҙа булырға тейеш.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, батып барыусы кешегә ярҙам итергә тура килһә, уның алдынан түгел, арҡаһы яғынан яҡынлашырға кәрәк. Юғиһә, ҡото осҡан батып барыусы ҡулдары менән сәбәләнеп, һиңә сат йәбешеп, үҙеңде лә батырыуы бар. Сәсенән һөйрәргә, ҡултыҡ аҫтынан тоторға кәңәш итәләр, арҡаһына һалырға, башы һыуҙан өҫтә булырға тейеш.
Һыу ингәндә һаҡ булайыҡ, дуҫтар.