11 йәшлек малай бер фирманың вольерына яҡын килгән. Бер версия буйынса ундағы бер айыу баланы тимер рәшәткә аша эскә һөйрәп алған. Ике айыу бергәләп ташланғандар. Табиптары тиҙ килгән, әммә алған йәрәхәттәрҙән малайҙың ғүмере өҙөлгән була. Ике айыуҙы ла аталар. Баланың кәүҙәһен шунһыҙ ала алмайҙар.
Әле Краснодар крайының тикшереү комитеты фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Был хәлдән һуң Сочи ҡалаһы башлығы Алексей Копайгородский бөтә ял базаларын тикшерергә, бәләкәй зоопарктарҙы ябырға, шулай уҡ тейешле органдарға каникулдың һуңғы айында уҡыусыларҙың мәшғүллеге һәм хәүефһеҙлеге буйынса профилактик саралар планын әҙерләргә ҡушҡан.