+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
11 Август 2020, 18:19

Ямғырҙан һуң бәшмәк күбәйҙе

Бәшмәккә йөрөйһөгөҙҙөр, әммә һаҡ булығыҙ, ағыулы бәшмәк бик мәкерле, ашарға яраҡлыһына ныҡ оҡшаш булыуы бар. Әбйәлил районында бер ғаилә ағыуланған, 6 йәшлек ҡыҙҙарын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмағандар.

Кемдер бәшмәк йыйырға ярата, кемдер юҡ. Бүренән ҡурҡҡан урманға бармай, тигән кеүек, бәшмәктәрҙе белмәгәнгә күрә ашарға ҡурҡыусылар ҙа етерлек. Ашарға яраҡлыларын айырыр өсөн уларҙы ныҡлап өйрәнергә, тәжрибә тупларға кәрәк, тиҙәр. Йыйып алып ҡайтҡас та, яңынан тикшереп, ағыулылары эләкмәгәнме икәнен ҡарау ҡамасауламаҫ.
Бәшмәк миҙгеле етеү менән токсикологтар ҙа хәүефләнә башлай. Республикала йыл һайын иллеләгән кеше ағыуланып, ауыр хәлдә дауаханаға эләгә икән. Бәшмәк ашағандан һуң үҙеңде насар тоя башлау менән табиптарға мөрәжәғәт итеү мөһим.
Фото: pinterest.ru
Читайте нас: