Бынан ете йыл элек Өфө янында бер-бер артлы Шамонин, Дорогин, Жуков ауылдары барлыҡҡа килгәйне. Хәҙер инде был ерҙәрҙә йорт алыу бәхетенә ирешкән ғаиләләр дәртләнеп донъя көтә. Уңғандар, тырыштар баҡса үҫтереп кенә ҡалмай, ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҙа тота. Ауылдарҙа тротуар булмауы ғына эсте бошора, халыҡ машина юлынан йөрөргә мәжбүр, ә транспорт теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла гөжләп үтеп тора. Әммә беҙҙең һүҙебеҙ был турала түгел, Шамонинда йәшәгән бер матур ғаилә менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Зилә һәм Юнир Әҙеһәмовтар өс ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерә. Әсәйҙәре балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ул – Бөрйән районы Нәби ауылынан, ә атайҙары – Баймаҡ районындағы Юлыҡтан. Юнир Самат улы – алтын ҡуллы балта оҫтаһы, шәхси эшҡыуар. Өлкән ҡыҙҙары Айгүзәл – IX синыфта, Лилиә һигеҙенселә белем ала. Кескәй Әлфинә быйыл ғына уҡырға төшкән. Был ғаиләлә бөтәһе лә – сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Юнир Самат улы ҡурайҙа, гитарала уйнай, Зилә Сәйет ҡыҙы менән тәүге «Ҡош юлы» бәйгеһендә ҡатнашып, «Иң моңло ғаилә» исемен алғандар. 2013 йылда «Йәш ғаилә» республика конкурсында «Тамашасы һөйөүе» һәм «Ғаилә йолаларын һаҡлаған өсөн» номинацияларында билдәләнгәндәр. Ҡыҙҙары өсөһө лә Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар етәкселегендәге «Дарман» бейеү коллективында шөғөлләнә. Айгүзәл менән Лилиәнең ҙур сәхнәләрҙә лә сығыш яһағаны бар инде. Әлфинә иһә тәүге аҙымдарын ғына яһай әле. Бик ихлас күңелле ҡыҙыҡай ул.
Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарҙан тыш, был ғаиләлә һәр кемдең күңеленә ятҡан ғына шөғөлө бар. Мәҫәлән, Айгүзәл аниме ҡарарға ярата. Был япон йәнһүрәттәре күберәк үҫмерҙәргә һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгәнен беләһегеҙҙер инде. Айгүзәл үҙе лә комикстар яҙа башлаған. Персонаждар уйлап сығарып, һүрәттәр эшләп, тексын яҙып, әле 70 битлек бер томды тултырған, икенсеһенә тотонған. Хатта үҙ аллы япон телен дә өйрәнә. Өйҙәрендә йыш ҡулланыла торған «сәләм», «ашығыҙ тәмле булһын» кеүек һүҙҙәр японса ла яңғырай хәҙер. Ниңә, бик һәйбәт, күберәк тел өйрәнеү үҙеңде үҫтереүгә файҙа ғына бит.
Лилиә сигеү сигергә әүәҫ, ҡул эштәре һоҡланырлыҡ. Тағы ла тәмлекәстәр бешереүгә ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Әхирәте Ренатаның әсәһе үткәргән оҫталыҡ дәресенә барып, кекс формаһындағы десерттар (капкейкалар) әҙерләргә өйрәнеп, оҫтарып алған. Былтыр Лилиәнең һорауы буйынса Ҡыш бабай махсус формалар ҙа бүләк иткән. Хәҙер ҡунаҡ өҫтәлдәрен ҡыҙҙың тәмлекәстәре лә биҙәй.
– Ғөмүмән, ҡыҙҙарым – ярҙамсыларым. Бешеренеүгә ихластар. Салат эшләү, бәлеш, бауырһаҡ, картуфтан төрләндереп ризыҡтар бешереү – барыһы ла ҡулдарынан килә. Әлфинә һеңлеләрен дә ҡарайҙар. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙек. Иҙән йыуғанда: «Мин дә», – тигәс, бысраналар, еүешләнәләр, тип тормай, үҙҙәренә бәләкәй генә йыуғыс, биҙрә биреп ҡуя торғайным. Хәҙер үҫә килә бөтәһен дә үҙҙәре белеп, бүлешеп эшләйҙәр, шөкөр, – ти әсәләре.
– Балаларығыҙға ниндәй тәрбиә бирергә тырышаһығыҙ?
– Ҡыҙҙар үҫтереүҙең үҙенсәлектәре бар инде ул. Уларҙы үҙ аллы, ҡыйыу, ихлас, изге күңелле булырға өйрәтәбеҙ. Зауыҡ менән кейенә белергә лә тейештәр.
Ял, байрам көндәрен дә йөкмәткеле итеп үткәрергә ярата Әҙеһәмовтар. Яңы йылды гел туғандары менән күмәкләп ҡаршылайҙар, бүләктәр бирешәләр. Балалары ла аралашып, бер-береһен белеп үҫә. Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан йыйылышып, уны нисек ҡаршыларға кәңәшләшеп ала торған ғәҙәттәре бар. Былтыр, мәҫәлән, һәр ғаилә әкиәт сәхнәләштергән. Бик ихластар икән: костюмдар ҙа тегеп, бик ҡыҙыҡ тамашалар ҡуйып, шәп байрам ойошторғандар. Быйылға ла үҙенсәлекле пландар ҡоралар. Өйҙәренә йәшел ҡупшыҡайҙы ултыртып, биҙәп тә ҡуйғандар инде.
Йыр-бейеүҙәр аша милли рух тәрбиәләнһә, шәжәрәләрен өйрәнеп, тамырҙарын да белеп үҫә ҡыҙҙар. Әсәләре, Һатыбаловтар, яғынан 21 быуынға тиклем билдәле хатта. Бөрйәнгә һәм Дәүләкәнгә олатай-өләсәйҙәре янына барып йөрөйҙәр. Бына шундай ғаилә. Һоҡланырлыҡ, өлгө алырлыҡ, шулай бит?!