+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
18 Декабрь 2017, 15:25

Fаиләбеҙ ҡомартҡыһы

Башҡорт теле дәресендә ҡомартҡы тураһында һөйләштек. Уҡытыусыбыҙ Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы Кәлиева өйҙә «Ғаиләбеҙ ҡомартҡыһы» тигән темаға инша яҙып килергә ҡуш­ҡайны. Беҙ һәр беребеҙ иң ҡәҙерле әйбер тураһында тырышып яҙҙыҡ һәм бер нисә эшебеҙҙе яратҡан гәзитебеҙгә тәҡдим итергә булдыҡ.


Башҡорт теле дәресендә ҡомартҡы тураһында һөйләштек. Уҡытыусыбыҙ Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы Кәлиева өйҙә «Ғаиләбеҙ ҡомартҡыһы» тигән темаға инша яҙып килергә ҡуш­ҡайны. Беҙ һәр беребеҙ иң ҡәҙерле әйбер тураһында тырышып яҙҙыҡ һәм бер нисә эшебеҙҙе яратҡан гәзитебеҙгә тәҡдим итергә булдыҡ.

* * *


Ғаиләбеҙҙең ҡомартҡыһы – әсәйемдең балдағы. Уға был ҡәҙерле әйберҙе өләсәйем бүләк иткән, өләсәйемә – әсәһе. Балдаҡ бәләкәй генә һандыҡ­та һаҡлана. Беҙҙең ғаилә өсөн – бик ҡәҙерле ҡомартҡы. Әсәйем, Гүзәл апайың кейәүгә сыҡҡас, уға бүләк итәм, тип әйтте.

Искәндәр БИКМӨХӘМӘТОВ.

* * *


Өләсәйемдең бишеге… Уға хәҙер – 60 йәш. Был бишектә өләсәйем һәм ете туғаны үҫкән. Өләсәйемдең дүрт ҡы­ҙы һәм уның төпсөгө Гөлназ­дың ике ҡыҙы – мин һәм Айгөл һеңлем дә шунда тирбәлгән­беҙ.

Наҙгөл ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

* * *


Өйөбөҙҙәге шкафта таушалып бөткән иҫке альбом һаҡлана. Унда ҡарт олатайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәфүр Саҙретдиновтың фронтта төшкән фотолары бар. Өләсәйемдең атаһы һуғыш башлан­ғандан алып Еңеү яуланғанса яу ҡырында илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкән. Танкист булған. Әсәйем беҙгә уның фотоларын күрһәтеп, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле олатай булыуы тураһында һөйләгәйне. Олатайым вафат булғас, әсәйем альбомды үҙенә алған. «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыу өсөн фотоһүрәттәрен ейәндәренә ҙурайтып та бирҙе. Был фотоальбом – ғаиләләге иң ҡәҙерле ҡомартҡы. Ул – олатайым иҫтәлеге.

Айнур МӨҒИНОВ.

* * *


Һәр ғаиләнең һаҡлап, ҡәҙерләп тотҡан әйбере була. Беҙҙең ғаиләбеҙ ҡомартҡыһы – еҙ самауыр. Ул Салауат районы Әлкә ауылында йәшәгән Фирүзә өләсәйемдә һаҡлана. Уға ҡарт олатайым Әптелғәней ҡалдырған. Еҙ самауыр 1898 йылда Тула ҡалаһында Василий Степанович Баташевтың «Пар самауырҙар» фабрикаһында эшләнгән. Ҡә­ҙерле ҡомартҡы беҙҙең ғаиләлә 1923 йылдан һаҡлана. Ҡарт олатайым уны Кропачёв баҙарынан һатып алған булған. 119 йыл һаҡланыуына ҡарамаҫтан, самауырыбыҙ һаман ҡулланырлыҡ. Күмәкләшеп ҡайтып, гөрләп ҡайнап ултырған самауыр сәйен эсергә бик яратабыҙ.

Наҙгөл КӘЛИЕВА.

* * *


Өләсәйем миңә ҡомартҡы итеп үҙенең селтәрен бүләк иткән. Ул бик матур, сыңлап тор­ған тәңкәләре күп. Төрлө төҫтәге матур таштары ла бар. Мин уны ҡәҙерле кешемдең бүләге тип, ғүмерем буйы һаҡлаясаҡмын.

Вилена АМАНТАЕВА.

* * *


Беҙҙә ҡарт олатайым Шакир­ҙың Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған миҙалдары һаҡлана. Шулай уҡ Әмир олатайымдың ҡыҙыҡлы китаптары кәштәмдә урын алған. Ул эшләгән Шәжәрә ағасы ла киләсәктә ҡулдан-ҡул­ға күсәсәк. Был ҡомартҡылар беҙгә бик ҡәҙерле.

Рәсүл ӘМИНЕВ.

* * *


Мәфтүхә өләсәйем Ҡырғыҙстанда йәшәй. Беҙ былтыр көҙгө каникулда уға ҡунаҡҡа бар­ҙыҡ. Шунда өләсәйем үҙенең иң беренсе эш хаҡына һатып алған алтын алҡаһын миңә бүләк итте. Ул йәш сағында уҡ үҙенә, был әйберҙе иң тәүге ейәнсәремә бүләк итәсәкмен, тип һүҙ биргән булған. Ә мин уны ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлаясаҡмын.

Розалина БИРҘЕБАЕВА.

* * *


Электән ҡалған ҡомартҡылар атайым үҫкән өйҙә күп һаҡлан­ған: маятниклы сәғәт, баҫма яҙыу машинкаһы, күмер үтеге… Ә иң-иң иҫтәлеклеһе – тегеү машинкаһы. Өләсәйем уны 1948 йылда һатып ала. Бик ныҡ тегергә яратҡан. Ауылдың иң оҫта тегенсеһе була. Бөтә ауыл үҙенән кейем тектерә. Хәҙер ул Рәшиҙә инәйемдә һаҡлана.

Тимерхан АҪЫЛҒУЖИН, II «В» синыфы уҡыусылары.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: