Шаран ауылында булғанда яңы өй ҡотларға йыйынған күп балалы Лилиә һәм Илшат Ғәлимовтарҙың ҙур шатлыҡтарын уртаҡлашыу бәхете тәтене беҙгә. Үҙҙәренең күркәм тормоштары һәм эштәре менән ауылдаштарының ихтирамын яуларға өлгөргән улар. Татыу ғаиләләрендә өс бала үҫә.
– Ошо ике ҡатлы яңы йорттарын төҙөгәндә дәүләттән финанс ярҙамы алыуҙарына беҙ ҙә оло ҡыуаныс кисерҙек. Күп балалы йәш ғаилә өсөн үҙ өйөн һалып, йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Әле йорт эсендә биҙәү эштәрен теүәлләйһе генә ҡалған. Яңы йыл алдынан гөрләтеп өй туйын үткәрҙеләр.
Лилиә сығышы менән Бүздәк районының Урҙайбаш ауылынан. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бынан 12 йыл элек Шаран яҡтарына килен булып төшкән.
– Бәләбәй педагогия училищеһында уҡыным. Тәүҙә Бүздәк районындағы Йондоҙло ауылында аҙ комплектлы мәктәптә эшләнем, – тип асылып китте ул. – Тормош юлымда Шаран егете Илшатты осратыуымды оло бәхетем, тип иҫәпләйем. Татыу йәшәйбеҙ. Мөхәббәт емеше булып, башта улыбыҙ Данис, өс йылдан һуң ҡыҙыбыҙ Юлиә донъяға ауаз һалды. Тора-бара тағы ла ишәйҙек. Быйыл кинйә улыбыҙ Юниргә биш йәш тулды. Бәпес ялынан һуң тәүҙә – Шарандағы «Батыр» балалар баҡсаһында, 2014 йылдан Наратаҫты ауылындағы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһында тәрбиәсе булып эшләйем. Шуға өйҙә лә, эш урынында ла балаларҙың шат тауыштарына өйрәнгәнмен. Беҙ уларға яҡшы тәрбиә бирергә, һәләттәрен асырға һәм үҫтерергә ярҙам итәбеҙ.
Ғаилә башлығы Илшат үҙе лә Шаран ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң һөнәрселек училищеһында белем ала. Әрмелә Кавказ яҡтарында хеҙмәт итергә тура килә.
– Чечен Республикаһында хәрби операцияларҙа ҡатнашҡандан һуң тормошҡа ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе. Тыныс йәшәүҙең ҡәҙерен яҡшыраҡ аңлай башланым, – ти Илшат. – Йәш сағымдан уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандарының сафын тулыландырҙым. Әрменән ҡайтҡас, ит һатыу буйынса үҙ предприятиеһы булған Динар ағайым менән бергә эшләй башланым. Шәхси хужалыҡтарҙан, ишле мал аҫраған, әммә баҙарға йөрөргә мөмкинлектәре булмаған ауыл кешеләренән ит йыйып, район үҙәге халҡына тәҡдим итәбеҙ.
Яңы йорттарын һалырға тотонғанда Илшат Мәғҙәнур улының инде күпмелер капиталы була. Туғандары ярҙамы менән бер нисә ай эсендә ике ҡатлы матур кирбес йорт ҡалҡып та сыға.
– Төҙөлөшкә күп аҡса кәрәк, – ти Лилиә. – Ишле ғаилә булараҡ, шундай бәхет йылмайҙы: торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға хөкүмәт 1 миллион тирәһе субсидия бирҙе. 170 квадрат метр майҙанлы ҙур өйөбөҙҙә ҡала фатирындағы кеүек бөтә коммуналь уңайлыҡтар буласаҡ. Шуға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ.
Бәхетле әсә һөйкөмлө балаларының уңыштары хаҡында ла ниндәйҙер бер кинәнес менән һөйләне. 11 йәшлек Данис быйыл 1-се мәктәптә асылған кадет синыфына йөрөй башлаған. Формаһы үҙенә килешеп тора. Һәләтле малай бейергә лә әүәҫ икән. Ҙур теләк менән район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Ялҡын» балалар хореография ансамблендә шөғөлләнә.
II синыфта белем алған Юлиә бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле»ләргә генә өлгәшә. Икенсе йыл инде Балалар ижад йорто ҡарамағындағы һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөгән ҡыҙ китап уҡырға ла ярата. Һүрәт төшөрөргә бик оҫта. Өй эшендә әсәһенә лә ярҙамлаша. Кинйә улдары Юнир ҙә – ҡыҙыҡһыныусан бала. Атаһына эйәреп, иртән гимнастика яһарға күнегеп алған. Ғөмүмән, ғаиләләре спорт менән дуҫ. Саф һауала йүгерергә яраталар, ҡышын саңғыла шыуалар, велосипедта уҙышалар. Юлиәне спорт гимнастикаһы түңәрәгенә яҙҙырғандар. Районда уҙған «Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе» конкурсында ла күмәкләп ҡатнашҡандар.
Бөтә йөрәге, булмышы менән ғаиләһе, балалары өсөн өҙөлөп торған Илшат Мәғҙәнур улы киләсәктә яңы йорттары алдында балалар өсөн уйын майҙансығы ҡороп ултыртырға теләй.
– Ял итеү өсөн беседка ла буласаҡ, – ти йәш ғаилә башлығы. – Матурлыҡты тәүҙә үҙебеҙгә тыуҙырырға кәрәк. Балалар ҙа шуны күреп үҫһә, киләсәктә тик изгелеккә, яҡшылыҡҡа ғына ынтыласаҡтар. Яңы йортобоҙ булғас, тормош та түңәрәкләнде кеүек. Төҙөк донъябыҙға аяҡ баҫыу менән күңелдәр күтәрелеп китә. Иркенлектә йәшәй башлау менән балаларҙың һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн алда тағы ла яңы офоҡтар асыласаҡ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Шаран районы.