+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Ғинуар 2018, 17:53

Матур тәрбиә бирәләр

Беҙҙә татыу, матур йәшәүсе ғаиләләр күп кенә. Улар һәр яҡтан да ауылдаштарыбыҙға өлгө күрһәтә, һоҡлан­ғыс итеп донъя көтә, кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай. Шундай­ҙарҙың береһе – Гөлсәсәк һәм Рафаэль Фәйзуллиндар.

Беҙҙә татыу, матур йәшәүсе ғаиләләр күп кенә. Улар һәр яҡтан да ауылдаштарыбыҙға өлгө күрһәтә, һоҡлан­ғыс итеп донъя көтә, кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай. Шундай­ҙарҙың береһе – Гөлсәсәк һәм Рафаэль Фәйзуллиндар.

Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы – сығышы менән Әмин ауылынан. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Уҡыған ваҡытта ла иптәштәрен үҙенең ихлас күңеллелеге, яр­ҙамсыл холҡо, кешеләргә яғымлы йөҙө һәм иғтибарлылығы менән йәлеп итә. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, килер көнгә ышанып, тормош юлын Ҡолсора ауылының булдыҡлы егете Рафаэль менән бәйләй. Уны төрлө ергә эш урындары буйынса күсергәндә лә һәр ваҡытта бергә булып, һәр яңы башлан­ғысын хуплап тора. Шулай итеп, улар Аҡморон ауылына килеп төпләнә. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгесе дипломына эйә булған йәш уҡытыусыға мәктәптә эше лә табыла.


Әйткәндәй, Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙының йәшләй генә әллә уйынлы, әллә ысынлы: «Минең биш балам буласаҡ, ҡәйнәм менән бер йортта татыу ғына йәшәйәсәкмен», – әйткән һүҙҙәре Аллаһы Тәғәләнең, амин, тигән сағына тура килгәндер, моғайын. Тормош иптәшенең ҡә­ҙерле әсәһенә бар хөрмәттәрен күрһәтеп, биш балаға ғүмер би­рә улар. Өлкән ҡыҙҙары Миләүшә күптән инде Һамарҙағы юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙ аллы эшләп йөрөй. Икенсе ҡыҙҙары Вәсилә – Баш­ҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы. Ул биш намаҙҙы ла ҡалдырмай, Ҡөрьән-аят кәримдәрен яттан белә, мосолман тәрбиәһенә ярашлы, бөтә ғәмәлдәрҙе башҡара. Өсөнсө ҡыҙҙары Мәҙинә III синыфта уҡый. Отҡорлоғо, зирәклеге менән хайран ҡалдыра. Улдары Рәшит унынсыла белем алһа, бәләкәй төпсөктәре Ильяс балалар баҡсаһына йөрөй. Ул төрлө шиғырҙарҙы ятлап ала, йырҙар йырлап маташа, килеп сығамы-сыҡмаймы, булдырырға тырыша.

Өйҙәге уҡыусы балалары ла – күптән инде ата-әсәһенең уң ҡулы, төп ярҙамсыһы. Тормош иптәше Рафаэль Себер тарафтарына йөрөп эшләй, ә Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы ғәзиздәрен ҡурсып, улар­ҙы киләсәктә үҙ урындарын табырлыҡ шәхестәр, эшһөйәр кешеләр итеп тәрбиәләргә тырыша. Һөнәре лә бит уның тынғыһыҙ, уҡытыусы булыу еңел түгел. Етмәһә, китапханасы ла үҙе. Биш бала тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, йәмәғәт эшенә лә өлгөрә ул. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, ауыл советы депутаты ла, профсоюз комитеты эшендә лә ҡайнай. Үҙҙәре йәшәгән урамда бөтәһен дә бергә туплап, матур йәшәргә әйҙәүсе.

«Еткән-үҫкән балаларың булһа, анһат инде ул, эш ҡуштың да киттең», – тип әйтеүселәр булыр. Әммә биш балаңды эшкә, тәртипкә, матур холоҡло булырға өйрәтеү һәр кемдең ҡулынан килмәй. Был йәһәттән Фәйзуллиндар ғаиләһе күптәргә өлгө булып тора. Улар балаларын итәғәтле, тәртипле булырға ғына өйрәтеп ҡалмай, дин юлына ла баҫтырған.


Земфира ТАҺИРОВА, уҡытыусы.
Баймаҡ районы.

Читайте нас: