Сәләм,сәләм, малайҙар һәм ҡыҙҙар! Бөтәгеҙҙе лә «Ғаиләм тураһында тау-тау хәбәр» тип аталған фоторепортаж ҡарарға саҡырам. Алып барыусыһы – мин, Ләйсән Сибәғәтуллина.
Яңы Бөртөк мәктәбенең V синыфын тамамланым. Бик тә тиктормаҫ, шаян һәм шуҡ ҡыҙыҡаймын. Шуға ла үҙемде шаяртып, «себен сәпсеге» тип йөрөтәләр. Бейергә, йырларға, спорт менән шөғөлләнергә яратам. Мәктәптә, районда һәм республикала уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашам, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшәм. Ярай, етте, үҙем тураһында артыҡ күп булып китте.
Тиҙерәк ғаиләбеҙ ағзалары тураһында һөйләргә ашығам. Беҙҙең өйҙә иң өлкән кеше – ул өләсәйебеҙ Нажиһа. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бик бәхетле ул. Өләсәйебеҙ – йортобоҙҙоң нуры, терәге, ә ауыл кешеләре «өйөбөҙҙөң йоҙағы» тип тә белә уны. Эйе, ишегебеҙгә йоҙаҡ элгәнебеҙ юҡ, тип әйтерлек: ул беҙҙе оҙатып ҡала, ҡаршы ала. Барыбыҙға ла йылы ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләй, тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Атай-әсәйемдәр эштән ҡайтҡансы мал-тыуарҙы ла ҡарап ҡуя. Ер йөҙөндә иң яғымлы кеше ул.
Әсәйем Гүзәлдең исеменә есеме тап килеп тора. Үҙе сибәр, үҙе уңған. Һатыусы булып эшләй. Атайым – Рәмил, ул – нефтсе.
Ҡәҙерлеләрем шундай пар килгәндәр, һоҡланып туймаҫлыҡ. Һәр ваҡыт беҙҙе ҡурсалап, тик яҡшылыҡҡа ғына өйрәтәләр.
Ғаиләлә беҙ ике ҡыҙ үҫәбеҙ. Минең яратҡан һеңлем Айһылыу II синыфты тамамланы. Миңә ҡарағанда ул тынысыраҡ холоҡло. Бик күп һөйләшеп тә бармай. Шулай ҙа серләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Ҡайһы саҡта асыуланышып та алабыҙ, тик бик оҙаҡҡа түгел, шунда уҡ дуҫлашабыҙ. Йорт эштәрен дә бергә башҡарабыҙ. Бигерәк тә әсәйебеҙгә ашарға бешерешергә яратабыҙ. Бына әле яңыраҡ күпме билмән әҙерләп ҡуйҙыҡ.
Атайыбыҙ беҙгә бик матур балалар майҙансығы төҙөнө. Унда рәхәтләнеп ял итәбеҙ, уйнайбыҙ. Таған атынырға яратабыҙ. Атайым, ғөмүмән, оҫта кеше ул. Үҙе ҡаргиҙәр ҙә яһаны. Әле бына тағы бер эшкә тотондо. Беҙҙең ҙур трактор бар инде ул, тик атайымдың мини-тракторлы ла булғыһы килә.
Быйыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Минең атайым да – ысын ирекмән. Беҙҙең ауыл йылға-күлдәргә бик бай. Шуға ла олоһо ла, кесеһе лә балыҡҡа йөрөй. Мин дә был һөнәрҙе яратам, атайым менән йыш ҡына бергә барам. Бер тапҡыр Танып буйына килгәс, бик ныҡ һыуһаным. «Анау күл буйында шишмә була торғайны, шунда барып ҡарайыҡ»,– тине атайым. Әммә шишмәнән һыу эсеү бик еңел булманы: тәүҙә текә ярҙан саҡ төштөк, урғылып сығып ятҡан шишмәне тапһаҡ та, һыуын саҡ усыбыҙға йыйып ала алдыҡ.
Икенсе көндө атайым менән көрәк, төпһөҙ мискә алып, шишмә буйына киттек. Тәүҙә төшөр өсөн баҫҡыс яһаныҡ, унан яйлап ҡына мискәне ҡуйҙыҡ, шлангтан һыу аҡһын өсөн морон да эшләп ҡуйҙыҡ. Хәҙер шишмәнән һыуҙы рәхәтләнеп эсеп була. Атайым ағасҡа «Шишмә» тип яҙылған таҡта ла элеп ҡуйҙы. Оҙаҡ та үтмәй, шишмә эргәһенә машиналар килеп туҡтай башланы. Йәйгеһен шифалы һыуы ял итеүселәргә лә, нефтселәргә лә, көтөүселәргә лә бик йәтеш булды. Шишмәне тергеҙә алыуыбыҙға беҙ бик шатландыҡ һәм бик күп рәхмәттәр ишеттек.
Онотоп та ебәргәнмен. Мин үҙебеҙҙең урам малайҙары һәм ҡыҙҙары менән дә дуҫмын. Әсәйем беҙҙең өсөн төрлө уйындар, байрамдар ойоштора. Беҙ бергә тыуған көндәрҙе байрам итәбеҙ, балалар һабантуйы үткәрәбеҙ.
Ниһайәт, йорт хайуандарыбыҙ менән таныштырырға ла ваҡыт етте. Рони – беҙҙең йыуаш ҡына, бәләкәс кенә этебеҙ. Уны бөтә кеше ярата. Шаяртып «беҙҙең урам эте» тип әйтәләр. Ә бесәйебеҙ – Мурзик. Бик тә шаян, сысҡандарға көн күрһәтмәй. Рони менән Мурзик үҙ-ара татыуҙар. Бергә уйнайҙар, шаяралар. Уларҙы күҙәтеп тороу үҙе бер мәрәкә.
Беҙгә йыш ҡына терпеләр ҡунаҡҡа килә. Уларҙы һөт менән һыйлайбыҙ. Тутыйғошобоҙ Гөлсәтәй мине таң менән уята. Тәүҙә Мурзик уны бик тоторға тырышып ҡараны, әммә бер ни ҙә килеп сыҡманы, шуға был уйынан кире ҡайтты.
Ҡыҙҙар, малайҙар! Һүҙ башым «Ғаиләм тураһында тау-тау хәбәр» ине бит әле. Сер итеп кенә тағы ла бер яңылыҡты һөйләйем әле һеҙгә. Бер ваҡыт әсәйем миңә кишер түтәлен утарға ҡушты. Ә мин уйнарға сығып китергә тора инем. Сүп үләндәре менән бергә кишерҙе лә йолҡоп ташлағанмын. Шунан һуң өс көн буйына уйын тураһында онотоп торорға тура килде.Шуға күрә һеҙгә кәңәшем шул – эшегеҙҙе еренә еткереп үтәгеҙ.
Бына шулай шау-гөр килеп йәшәп ятабыҙ. Бөтәгеҙгә лә ғаилә бәхете һәм именлеге теләйем. Киләһе осрашыуҙарға тиклем һау булығыҙ!