-5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Сентябрь 2018, 15:50
Бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын
Алыҫлаша бара һуғыш беҙҙән –Тиҫтә йылдар ята арала. Алыҫлаша. Тик уңалыу белмәй Ҡанһыраған хәтер-яралар. Әмир МОРАТОВ. Ваҡыт һиҙҙермәй генә уҙа ла китә икән. Инде бына нисәнсе Еңеү яҙын ҡаршыланыҡ. Оҙаҡ ваҡыт үтһә лә, һуғыш тураһындағы ауыр хәтирәләр күңелдә һаҡлана. Бөгөн рәхәт тормошта йәшәүебеҙгә олатай-өләсәйҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең ғаиләгә лә ҡағылмай уҙмаған. Ҡарт олатайым Рәхимйән Фәрит улы Илекәев тә Бөйөк Еңеүгә үҙ көсөн индергән. Ул 1908 йылдың 25 декабрендә ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылы Илсеғолда ала. 1931 йылда Рәхимйән олатайым Ғәйшә өләсәйемә өйләнә. Улар 7 балаға ғүмер бүләк итә. Ошо уҡ йылда Рәхимйән Фәрит улын Өфөгә советтарҙың партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Ул бик аҡыллы, изге күңелле кеше була. Һәр ваҡыт ауылдаштарына, туғандарына ярҙам итә.
1935 йылда олатайым ВЛКСМ район комитетының икенсе секретары, бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә, 1939 йылда партия район комитетының икенсе секретары, пропаганда бүлеге мөдире итеп ҡуялар. Был вазифаны ул 1941 йылдың авгусына тиклем башҡара. Алкинда һалдатҡа алынғандарҙы һуғышҡа әҙерләү эшендә ҡатнаша.
1942 йылда Рәхимйән олатайым фронтҡа китә, Сталинградты дошмандарҙан азат итеүҙә, Курск дуғаһындағы алышта ҡатнаша. Фронттан уң ҡулын юғалтып, II төркөм инвалид булып ҡайта. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Тыуған ауылына ҡайтҡас, олатайым Степной МТС-ында эшләй, 1946 йылда «Большевик» колхозы рәйесе, 1960 йылда Ҡаран ауылы советы рәйесе, 1963 йылда колхозға парторг итеп тәғәйенләйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1965 йылдың 14 ғинуарында 57 йәшендә генә вафат була. Рәхимйән олатайымдың үҙен күрмәһәм дә, уның тураһында беләм һәм бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын, сөнки беҙгә тыныс һәм бәхетле тормош бүләк иткән.
Илнара ИЛЕКӘЕВА.
Миәкә районы,
Илсеғол ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән