Тәүге осрашыуҙары ошолай һыу буйында башланған ҡартатайым Сабирйән Дәүләтбирҙин менән ҡартәсәйем Фәүзиә Дәүләтбаева бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, 61 йыл татыу ғүмер итте. Тормоштары еңелдән булмай, әммә улар заман һынауҙарына бирешмәй. Асия, Фәнүзә, Зөлфиә, Әхмәтйән, Ғәҙелйән, Сөләймән исемле алты ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр.
Ете бала араһында өсөнсө булып тыуған Сабирйән ҡартатайыма ла, етемлекте иртә кисергән Фәүзиә ҡартәсәйемә лә донъяның әсе-сөсөһөн күп татырға тура килә. Фәүзиә ҡартәсәйемдең ике ағаһы һуғышта ятып ҡалыуы етмәй, әсәһе лә аҙашып үлеп ҡала.
Фронттағыларға ла, тылдағыларға ла еңел булмай ул заманда. Олоһона ла, кесеһенә лә эш берҙәй тейә. Фәүзиә ҡартәсәйем өлкән бабайҙар менән үгеҙ егеп ер тырмата, иген сәсә, һауынсыларға һалам, бесән ташый. Шуға ул йылдар тураһында һөйләргә лә яратмай торғайны.
Ҡартәсәйем бар яҡлап та булдыҡлы ине. Сиккән әйберҙәре күҙҙең яуын алып торҙо! Күңеленә илһам килгәндә шиғырҙар, таҡмаҡтар ижад итте, хатта үҙе бейеп китеп, сәхнәнән төшмәне, йыр-моң һәр саҡ күңелендә булды. «Бер ҡасан да йыртыҡ йөҙ менән йөрөмәнем», – тигән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған.
Сабирйән ҡартатайымдың тәүге Герман яуында бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан атаһын һуғышҡа алмайҙар. Ә 17-һе тулғас, ул 1944 йылда ғариза яҙып, үҙ теләге менән хеҙмәткә алына. Алкин станцияһында йыйылған егеттәрҙе Өфөгә алып барып, частарға бүләләр. Ул Владивосток ҡалаһындағы 1-се гвардия пехотаһына эләгә һәм илебеҙҙең көнсығыш сиген япон илбаҫарҙарынан һаҡлай. Граната ярсығы эләгеп яраланғас, госпиталгә оҙаталар. Бер нисә ай ятҡас, I төркөм инвалидлыҡ биреп ҡайтаралар.
Бәләкәйҙән көслө ихтыярлы, ныҡышмал, тырыш булып үҫкәнгә, ауылға ҡайтҡас та колхоз эшенә егелә һәм бөтә ғүмере буйы комбайнсы, балта оҫтаһы булып эшләй. Күп кенә ауылдаштарына, өс улына ла йорттарҙы үҙ ҡулдары менән һала.
Сабирйән ҡартатайым ихлас, йомшаҡ күңелле, ихтирамға лайыҡ кеше ине. Бер кемгә лә ҡаты бәрелмәне, ауыр һүҙ әйтмәне. Үҙе лә ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәне. Уның ҡылған изгелектәре, аҡыллы кәңәштәре һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә һаҡлана.
Данил ҠУЖИН.
Хәйбулла районы, Үрнәк ауылы.